Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Июня 2020, 06:08

Буласаҡ һалдаттар рәтен хәрби водителдәр тулыландырҙы

Үткән аҙнала ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә “Хәрби водитель”һөнәре буйынса курстарҙы тамамлаусыларға тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡтар тапшырыу сараһы үтте.

Үткән аҙнала ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә “Хәрби водитель”һөнәре буйынса курстарҙы тамамлаусыларға тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡтар тапшырыу сараһы үтте.
Был ойошма Оборона министрлығы менән 2010 йылдан хеҙмәттәшлек итә. Ошо арауыҡта улар Рәсәй армияһы өсөн хәрби техниканы йөрөтә белгән бик күп һалдаттар уҡытып сығарҙы .
- 13 июндән саҡырыу пунктарынан һалдаттарҙы хәрби частарға ебәрә башлаясаҡтар, улар араһында беҙҙең курсанттар ҙа бар, - тип һөйләне урындағы бүлексә рәйесе Рәил Мырҙабулатов. – Коронавирусҡа бәйле еңел булмаған осор булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең алға ҡуйған маҡсат-бурыстарға өлгәштек. Беҙҙең һәм Ейәнсура районынан бөтә егеттәр ҙә – 21кеше теоретик һәм практик өлөштәге программаны тамамланы, экзамендарҙы уңышлы тапшырҙы. Хәҙер улар алдында мөһим бурыстарҙың береһе - Тыуған ил һағына баҫып, намыҫлы хеҙмәт итеү тора, - тине ул.
Таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының урындағы бүлексәһе юл-патруль хеҙмәте өлкән инспекторы Дим Ғәйнуллин, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың саҡырыу комиссияһы секретары Альбина Волкова, шулай уҡ “КамАЗ” һәм “Урал” автомобилдәрендә курсанттарға практик яҡтан блем биргән мастер Павел Мальков ҡатнашты.
Уларҙың һәр береһе буласаҡ һалдаттарҙы уҡыуҙы тамамлауҙары менән ҡотланы, артабанғы тормоштарында уңыштар ғына насип булыуын теләне.
Рәил Мырҙабулатов иң яҡшы курсанттарға грамоталар тапшырҙы . Шулай уҡ һөнәр алып сығыусының һәр береһе “ДОСААФты тамамлаусы. Отличник” билдәһенә лайыҡ булды.
Егеттәр үҙҙәре әйтеүенсә,уларҙың киләсәккә пландары ҙур. Мәҫәлән, Мораҡта йәшәүсе, Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжы Мораҡ филиалының 3-сө курс студенты Вадим Гардонов бөтә пландарының итормошҡа ашыуына ышана. Ул үҙенә ышанып тапшырылған техниканы йөрөтөргә өйрәнгән, уны нисек ремонтларға кәрәк икәнен дә белә. Бының өсөн ул, әлбиттә, үҙенең уҡытыусыларына рәхмәтле. Ә әлегә әрме хеҙмәтен яҡшы итеп үтергә кәрәк һәм билдәләнгән маҡсаттарға ҡыйыу рәүештә атларға була.
Мария ВАСИЛЬЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас