Мораҙым
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Июня 2020, 12:54

Ял көндәрендә Башҡортостанда 10 кеше һыуға батҡан. Уларҙың береһе – дүрт йәшлек бала

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, 12, 13 һәм 14 июндә республика йылға-күлдәрендә 10 кеше, шул иҫәптән бала һыуға батҡан. Ведомствола малайҙың үлеме хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙеләр.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, 12, 13 һәм 14 июндә республика йылға-күлдәрендә 10 кеше, шул иҫәптән бала һыуға батҡан.

Ведомствола малайҙың үлеме хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙеләр. 12 июндә ата-әсә улдарын Дыуан районы ауылында йәшәгән өләсәһенә ҡалдырған. Көндөҙ дүрт йәшлек малай өләсәһенә һыу инергә китеүе хаҡында әйткән. Йылға өйҙән 100 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. 15 минуттан ейәне артынан барһа, һыуҙа уның йәнһеҙ кәүҙәһенә тап булған.

Әле тәфтиш комитеты барлыҡ осраҡтарҙы тикшереү менән шөғөлләнә.
Читайте нас