Күгәрсен район суды районда йәшәүсе 32 йәшлек гражданға ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса (иҫерек килеш ҡабаттан транспорт сараһына идара итеү) ғәйепле тип танылды.
Судта ирҙең 2016 йылдың апрелендә һәм 2019 йылдың майында иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткәне өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыуы асыҡланды. Әммә ғәйепләнеүсе үҙе өсөн бер ниндәй ҙә һабаҡ алмаған һәм ағымдағы йылдың февралендә “ВАЗ-21102” автомобиленә тағы ла иҫерек килеш ултырған.
Ауыл буйлап китеп барғанда уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Алкоголде ҡулланыу-ҡулланмауға тикшереү рөхсәт ителә торған концентрациянан 9 тапҡырға артыҡ икәнен күрһәтә.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Суд уны 1 йыл да 2 айға иркенән (ул срогын поселение колонияһында тултырасаҡ) һәм транспорт сараһына идара итеү кеүек эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 3 йылға мәхрүм итте.
Суд ҡарары законлы көсөнә инмәне.