Мораҙым
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2020, 09:14

Урамыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың йәме улар

Быйыл районға 90 һәм Мораҡ ауылына 250 йыл тулыу, өҫтәүенә Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан изге Күгәрсен ерен намыҫлы хеҙмәте һәм күркәм булмышы менән биҙәгән матур ғаиләләрҙе, йәш быуынға өлгө булып йәшәүсе лайыҡлы кешеләрҙе йышыраҡ телгә алғы килә. Тап ана шундайҙар рәтенән булған, гүзәл йәшлек таңдарында осрашып, ҡауышып, 40 йылдан артыҡ ғүмер юлдарын иңгә-иң терәшеп татыу үткән Миңһылыу менән Сәлмән Юскаевтар тураһында яҙмабыҙ “Мораҙым” баҫмаһында донъя күргәйне.

Ҡалдар ауылында тыуып-үҫеп, үҫмер генә сағынан механизатор булып колхозда тир түккән, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы урындағы янғын һүндереү техникаһы водителе булып намыҫлы хеҙмәт юлы үткән Сәлмән Сөләймән улы ғаиләһе, балалары өсөн ныҡлы терәк, хәстәрлекле һәм һөйөклө олатай. 1979 йылдан бирле Мораҡ район үҙәк дауаханаһында эшләп, бөгөн дә алдынғы, тәжрибәле шәфҡәт туташтары сафын тулыландырған Миңһылыу Сәлимйән ҡыҙы ғәжәйеп ярҙамсыл, алсаҡ, бала йәнле, оло йөрәкле булыуы менән арбай. Коммунистик урамын йәмләп ултырған, шат балалар тауышы һис тынмаған нурлы йорт хужаларының йәшәүҙәренең бар мәғәнәһенә әүерелгән өс ҡыҙы – өс йондоҙо, йәндәй ғәзиз туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәре өсөн генә түгел, бөтә күрше-күләнгә, тирә-яҡ кешеләргә күңел һәм өй ишектәре асыҡ. Кешелекте, тормошто сикһеҙ яратып, күрше хаҡы – тәңре хаҡы тип, тирә-яҡҡа нур өләшеп йәшәүсе Юскаевтар кеүек ысын кешеләр менән йәмле лә инде сал тарихлы Мораҡ ауылы!
Читайте нас