Мораҙым
+16 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2020, 05:42

«Әсәй» тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә бөтә донья һыйған, һыйынған!

Йыш ҡына иптәш ҡыҙҙарымдан: «Әсәйле булыу иң ҙур бәхет бит ул, ҡәҙерен белегеҙ», - тигән һүҙҙәрҙе ишетәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһылары бәләкәйҙән үк әсәйҙәрен юғалтҡан, уның наҙынан, һөйөүенән мәхрүм булып үҫкән. Бик ҡыйын булғандыр инде, тип уйлап алам. Ысынлап та, әсәй - ул донъя тотҡаһы, юҡҡа ғына көндөң яҡтылығы – ҡояшта, төндөң матурлығы – йондоҙҙарҙа, ерҙең гүзәллеге – әсәйҙәрҙә, тип әйтмәйҙәр.Беҙҙең әсәйебеҙ Фәрҙәнә Ғилметдин ҡыҙы Ялчина 10 июндә 80 йәшен билдәләй. Был быуын кешеләренең бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән. Аслыҡ-яланғаслыҡ кисереп үҫкән йылдар әле лә уның күңелендә һаҡлана.

Йыш ҡына иптәш ҡыҙҙарымдан: «Әсәйле булыу иң ҙур бәхет бит ул, ҡәҙерен белегеҙ», - тигән һүҙҙәрҙе ишетәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһылары бәләкәйҙән үк әсәйҙәрен юғалтҡан, уның наҙынан, һөйөүенән мәхрүм булып үҫкән. Бик ҡыйын булғандыр инде, тип уйлап алам. Ысынлап та, әсәй - ул донъя тотҡаһы, юҡҡа ғына көндөң яҡтылығы – ҡояшта, төндөң матурлығы – йондоҙҙарҙа, ерҙең гүзәллеге – әсәйҙәрҙә, тип әйтмәйҙәр.
Беҙҙең әсәйебеҙ Фәрҙәнә Ғилметдин ҡыҙы Ялчина 10 июндә 80 йәшен билдәләй. Был быуын кешеләренең бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән. Аслыҡ-яланғаслыҡ кисереп үҫкән йылдар әле лә уның күңелендә һаҡлана. Ғилметдин олатайыбыҙ 1939 йылдың көҙөндә армия сафына алынғанда Һандуғас өләсәйебеҙ әсәйебеҙгә ауырлы булып ҡалған. Һуғыш башланғас, олатайыбыҙ тура фронтҡа китә. Ҡыҙын ете йыл үткәс кенә ҡулына ала ул...
- Элек ҡатын-ҡыҙ бала ҡарап өйҙә ултырманы. Өләсәйегеҙ гел колхоз зшендә булды. Беҙҙең Яҡшембәт ауылында бер өйҙә ясле булған, тыуғас та балаларҙы шунда тапшырғандар. «Имеҙер ваҡыт етһә, ат арбаһы менән һеҙҙе яланға килтерә торғайнылар, илашаһығыҙ, ҡысҡырышаһығыҙ. Әсәй һөтөнә туйғас, кире яслегә алып баралар ине», - тип һөйләгәне иҫтә өләсәйегеҙҙең. Ә инде уны сплавҡа ебәргәндә миңә бер нисә ай ғына булған. Йөрәгем саҡ түҙҙе, ти торғайны. Шулай үҫтек, үҫмер саҡтан ололар менән беҙ ҙә колхоз эшендә булдыҡ, - тип хәтерләй ул.
Аслыҡтың иң ауыр ваҡыты 1946-1947 йылдарға тура килә. Ҡаты ҡоролоҡ булып, иген уңмай. Үлән ашын һуғыштан һуң да күп бешергәндәр.
- Йортта бәләкәй генә мейес бар ине, көлгә күмеп үлән ҡатыш онға сөсө күмәс әүмәләп бешерә ине өләсәйегеҙ. Шуның яртыһын ҡатыҡҡа манып ашап, Ҡәмәрә апайым менән мәктәпкә китәбеҙ. Тәнәфестә ашарға тип яртыһын төрөп алабыҙ. Урламаһындар өсөн күмәс бешкәнен ҡарауыллай инек. Бер саҡ өйгә инеп сыҡҡан арала урлап та киткәндәр. Өләсәйегеҙҙең шунда ҡысҡырып илағаны әле лә күҙ алдында. Балалары көнө буйы ас була бит инде. Үҙенә лә төнгә ҡәҙәр эшләргә. Бик күңелһеҙ генә барҙыҡ мәктәпкә, юл буйы һөйләшмәнек... Уҡыуымда гел бишкә өлгәшә инем, әммә урта белем алырға форсат булманы, - ти ул.
Ул йылдарҙың касафатын татыған хәҙерге ололарҙың күбеһенең бала сағын, йәшлеген ысынлап та һуғыш урлаған. Әсәйебеҙ ҙә үҙенең хеҙмәт юлын 12 генә йәшендә башлай. Колхоз зернотогынан ауыр тоҡтарҙы атҡа тейәп, һыбай ултырып Мораҡ базаһына ташый. Тырыш хеҙмәте өсөн уны һәм бергә эшләгән Фәриҙә әхирәтен матур күлдәклек менән бүләкләгәндәре иҫендә ҡалған. Эй ҡыуанғандар шул саҡ! Кукуруз, көнбағыш утау күп эләккән. Колхоз ауыл осонда тауыҡ себештәре үрсеткән, әсәйем уларҙы ла ҡараған. Йәй көндәре Һүрәм яҡтарына иптәш ҡыҙҙары менән бесән эшләргә лә йөрөгән. Эйе, ул заман балаларына яҙмыштың сөсөһө эләкмәгән.
Әсәйебеҙҙең эшкә әрһеҙлеге бәләкәйҙән килә. 17 йәшендә генә уны Ибраһим ауылы егете Нурулла Рәхим улына кейәүгә бирәләр. Тәүҙә бейем-ҡәйнә менән йәшәйҙәр, ғаилә ҙур, алты бала. Шунан бер ихатала үҙҙәренә өй рәтләп сығалар. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Килен кеше барыһына ла өлгөрә, сөгөлдөр утай, баҡса үҫтерә, мал ҡарай, ҡәйнеш-бикәстәрен тәрбиәләшә... Ауылда «уңған килен» тип дан ала. Ул осорҙа ауылда электр юҡ, һәр өйҙә – лампа. Кәрәсин алырға иртәнге биштән тороп, көйәнтә менән йәш ҡатындар ете километр арауыҡтағы район үҙәге Мораҡҡа килер булғандар. Хәҙерге Иванов урамының осонда кәрәсин һатыу магазины булған. «Сират тороп, күнәктәрҙе тултырып, салпыйтмай ғына ҡайта инек. Юлда ултырып ял да итмәйбеҙ, ҡулдар, яурындар тала, һыҙлай. Йәшлек инде, барыбер сыҙамлы булғанбыҙ», - ти ул.
Атайыбыҙҙы беҙ ғаиләлә һәр саҡ «хөкүмәт кешеһе» тип йөрөттөк. Ул ғүмере буйы йөк машинаһында шофер булып эшләне. Иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем совхоз эшендә булды. Алдынғы, намыҫлы эшсе булараҡ тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнде, еңел машина ла юлланылар, ә әсәйебеҙ һәр саҡ уның ныҡлы терәге, ярҙамсыһы булып торҙо. Уның ҡасан йоҡларға ятҡанын, ҡасан торғанын беҙ күрмәй инек. Һыуыҡ ҡыштарҙа иртә таңдан, машинаның радиаторы өсөн ҡаҙанда ҡайнар һыу өлгөртә ине. Шунан шул уҡ ҡаҙанда аш рәтләй һала. Самауыр тоҡанғансы һыйыр һауып, көтөүгә ебәрә. Атайыбыҙҙы рәтләп эшкә оҙатҡас, беҙҙе, дүрт балаһын мәктәпкә әҙерләй. Беҙ башланғыс кластан һуң Мораҡҡа йөрөп уҡыныҡ. Ҡыштарын интернатта яттыҡ. Әсәйебеҙ алдынғы сөгөлдөрсө булды, ә инде быҙау ҡараусы булып урындағы фермала эшләгән осорҙа уның малдары хужалыҡ буйынса иң көрө, иң тәрбиәлеһе ине. Совхоз етәкселәре һәр саҡ әсәйебеҙҙе маҡтап телгә алды, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы. Быҙау ояһының ишек төбөнә матур балаҫ йәйеп, иҙәндәрен һәр саҡ бысаҡ менән ҡырып, һап-һары итеп йыуып ҡуя ине. Хужалык етәкселәре килһә, итектәрен сисеп инә ине. Ҡыҙыҡ, булмаҫлыҡ хәл!
1967 йылда, ҡыҙҙарына 8, 6, 2 йәш булған осорҙа, өмә эшләп үҙҙәренә айырым ҙур өй һалып сыҡтылар. Яңы өйгә күскәндә үҙҙәре менән тимер карауат ҡына алалар. Ғүмере буйы тырышып донъя көтөп, етеш тормош көттөләр. Баҡсаға һәр йыл күп итеп картуф сәсә инек, көҙ еткәс ата-әсәйебеҙ уны Ырымбур баҙарына барып һатып, кәрәк-яраҡ, кейем-һалым ала инеләр. Кистәрен әсәйебеҙ йыш ҡына йә лампа, йә ут яҡтыһында шәл бәйләй торғайны, беҙгә ситтәрен бәйләшергә ҡуша. Тигеҙ, матур килеп сыҡмаһа, киренән һүтеп бәйләткәне иҫтә. Ул осор апай-инәйҙәр шәлдәрен ҡайҙа ғына барып һатманы – Ырымбур, Троицк, Мәләүез баҙарҙарына йөрөнөләр. Шул кәсеп менән беҙҙе уҡытып, кейендереп, кеше иттеләр. Замана ауырлыҡтарын еңерлек көс тә, йүн дә таптылар. Ауыр эштән һаулығы ғына ҡаҡшаған, күҙҙәре насар күрә әсәйебеҙҙең, оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, ҡәҙерле кешебеҙгә һәр ваҡыт хас булған күңел дәрте, тормошто һөйөү, уның ҡәҙерен белеү әле уны ташламаған.
Интернатта уҡыған осорҙа әсәйебеҙҙе, тыуған йортобоҙҙо бик һағынып ҡайта инек. Ҡапҡа төбөнә етмәҫ борон мейестә күпереп бешкән икмәк еҫе танауға бәрелә. Өҫтәлдә - тәмлекәстәр. Әсәй тупһаға сығып ҡаршы ала. Эй, бәхетле инек шул саҡта! Ҡайсаҡ ҡайтыуыбыҙға әсәйебеҙ өйҙә булмаһа, асығыуыбыҙҙы ла онотоп уны эҙләргә сыға инек. Тормошобоҙҙоң йәме, өйөбөҙҙөң ҡото әсәйебеҙҙә шул. Әле лә ул йортобоҙ усағын һүндермәй, һүрелтмәй тыуған йортта матур итеп донъя көтә. Беҙҙе һағынып яҡты йөҙ менән ҡаршылап, доғаларын уҡып оҙатып ҡала. Тормош юлы ни тиклем ҡатмарлы булмаһын, йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәй... Күңеле тулы иман, кешеләргә мәрхәмәте, изгелеге ашып тора. Килгәндәргә ишеген асыр алдынан тәүҙә сәйнүген ҡайнатырға ҡуя һала. Алла бирһә, киләсәктә лә шулай балҡып, беҙҙе ҡаршылап торорға яҙһын ине, әсәй!
Атайыбыҙ 16 йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң яҡты донъянан китте. Әсәйебеҙ уны, бәләкәй бала ҡарағандай, дүрт йыл тәрбиәләне. Бер ҡасан да ауыр тимәне, уфтанманы. Ете йыл элек берҙән-бер ҡустыбыҙ һәләк булды. Түҙҙе әсә йөрәге, ауыр яралары һыҙлаһа ла, күҙ нурҙары һүрелһә лә, сабыр булды. Ҡайҙан килгәндер ул сабырлыҡ?! Башҡа бәлә-ҡазаларҙан инде яҙмыш аралаһын.
Аллаһы Тәғәлә әсәйебеҙҙе моңло күңелле, йомшаҡ тәбиғәтле, һүҙсән, нәфис, хисле итеп яралтҡан. Матур итеп боронғо йырҙарҙы ла, хәҙергеләрен дә йырлай ул. Йәшлек таҡмаҡтарын да хәтерләй. Ҡунаҡ йыйһа, ул - табындың күрке. Уңған ҡулдары менән әлеге көнгәсә өй икмәге бешерә, балаларына бүлеп һалып ҡуя. Сөпрәһен дә үҙе ҡайната. Туҡмас, һалма, төрлө бәлештәр тип магазинға йөрөмәй, үҙе әҙерләй. Ә ниндәй татлы итеп бауырһаҡ, өй шәкәре ҡайната ул! Нисек кенә тырышһаҡ та беҙҙеке улай тәмле килеп сыҡмай. Район ғына түгел, республика яңылыҡтарын да беҙҙән алдан белеп тора, бигерәк тә «Юлдаш» каналын ҡалдырмай тыңлай.
- Йәшәү шарттары һәйбәт. Өйгә инһәң - йылы, һыуы, газы, уты үткән. Тормош етеш, ни теләйһең - магазиндарҙа шул бар. Хөкүмәт пенсияһын ваҡытында биреп тора. Был рәхәттәрҙең ҡәҙерен белеп, ҡәнәғәт булып йәшәргә кәрәк, - тип өйрәтә беҙҙе. Үҙ-үҙен тәрбиәләп, бирешмәй йәшәүе ҡыуандыра.
Беҙгә матур итеп туйҙар эшләп тормош юлына сығарҙы. Өс кейәүен дә тигеҙ итеп яратты, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен иркәләп үҫтерешә. Өйө, йорт тирәһе ауылда балҡып тора, дуҫ-туғандарын туплап, аралашып йәшәй бөгөнгө көндә лә.
Ер йөҙөндә беҙҙең өсөн иң ғәзиз кеше ул - әсәйебеҙ. Балаларының йортонда көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡ, тормошобоҙ йәме. Уның менән һөйләшеп һүҙең бөтмәй, тыңлап туймайһың: һәр һүҙе, һәр кәңәше – фәһемле. Һөйөүенең, изгелегенең, мәрхәмәтенең сиге юҡ. Ысынлап та әсәйле булыу - Хоҙай бүләге икән!
Гөлдәр АБДУЛЛИНА.
Читайте нас