Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2020, 09:33

Сәскәләре менән нур өләшә

Күптәрегеҙ, бәлки, килешер: һәр гүзәл зат күңеле менән матурлыҡҡа ынтылып, тирә-яҡҡа йәм бөркөп йәшәргә тейештер ҙә... Бына, мәҫәлән, үҙенең йорт алдын ысын сәскәләр батшалығына әйләндереп, Дзержинский урамына, Мораҡ ауылына йән өрөүсе Зөлфиә Ғөбәйҙуллина кеүек.

- Урамыбыҙҙы йәмләге, бынан үткән һәр кешегә сәскәләрем менән нур өләшкем килә, - ти ул ихлас йөрәктән. – Ситтән килгән ҡунаҡтар, Эйәрле тау, Мораҙым яғына ял итергә юл алыусыларҙың туҡтап иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәрен күреү ҙә минең өсөн оло ҡыуаныс. Тимәк, тырышлығым бушҡа китмәй – күпселек кеше матурлыҡты күрә һәм баһалай белә.
Аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырған ыҡсым ғына мөһабәт йортҡа эсендә йәне булған кеше, һис шикһеҙ, иғтибар итмәйенсә үтә алмаҫ. Талымһыҙ ҡулдары менән оло мөғжизә тыуҙырып, үткән-һүткән кешеләргә яҡшы кәйеф өләшкән Зөлфиәнең баҡсасылыҡ, сәскәселек менән шөғөлләнеүен уны бәләкәйҙән эшһөйәр итеп тәрбиәләгән ҡәҙерле ата-әсәһе (Рәмил Кәүсәр улы һәм Хәлиҙә Миниәхмәт ҡыҙы) һәм уға ныҡлы терәк булған тормош юлдашы Рулан да хуплай. Яҡындарының тел һәм ҡул ярҙамын, ауылдаштарының ихтирамын тойоу ҙа тынғыһыҙ йәнгә дәрт өҫтәй. Ә йөрәгендә дәрт-ялҡын дөрләгәндә, булмышына һалынған матурлыҡҡа ынтылышы урғылып торғанда, был гүзәл зат тағы ла урамдарҙы биҙәп-йәмләп, тирә-яҡҡа нур өләшер әле!
Читайте нас