Мораҙым
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
11 Июня 2020, 13:03

Иғтибар, конкурс!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!“Мораҙым” гәзите Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә “Ауыл күрке – уңғандар” тигән яңы конкурс иғлан итә.Беҙҙең ауылдарҙа егәрле, тырыш халыҡ йәшәй, улар матур итеп донъя көтә, йорт-ихаталары ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Ауылдаштар донъяларын ялт итеп тоторға ла, ихата тултырып гөл-сәскә үҫтерергә лә өлгөрә. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ана шундай тырыш, егәрле кешеләр – үҙегеҙ, таныштарығыҙ, күршеләрегеҙ, ауылдаштарығыҙ менән башҡаларҙы ла таныштырайыҡ!Конкурс шарттары:

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
“Мораҙым” гәзите Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә “Ауыл күрке – уңғандар” тигән яңы конкурс иғлан итә.
Беҙҙең ауылдарҙа егәрле, тырыш халыҡ йәшәй, улар матур итеп донъя көтә, йорт-ихаталары ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Ауылдаштар донъяларын ялт итеп тоторға ла, ихата тултырып гөл-сәскә үҫтерергә лә өлгөрә. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ана шундай тырыш, егәрле кешеләр – үҙегеҙ, таныштарығыҙ, күршеләрегеҙ, ауылдаштарығыҙ менән башҡаларҙы ла таныштырайыҡ!
Конкурс шарттары:
* ошо яҙманы үҙегеҙҙең стенаға алырға (репостларға);
* матур итеп донъя көткән егәрле хужалар тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙып, беҙҙең төркөмгә сообщение итеп ебәрергә (исем-фамилияһы, йәшәгән, эшләгән урындары);
*бер нисә фотоһүрәт ебәрергә (хужаларҙың үҙҙәрен, йорт-ихатаһын, гөл баҡсаларын төшөрөп);
Бәйгегә август аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың иң-иңдәре гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.
Өс еңеүсе ЛАЙКтар һаны буйынса иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Читайте нас