Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Июня 2020, 06:11

Еләк тирәм силәк-силәк

Ҡояш ҡыҙҙырып, көндәр эҫетеп ебәреү менән еләк-емеш өлгөрә башланы. Баҡсала –баҡса еләге, айыу еләге, ҡайынлыҡта турғай еләге (ҡайын еләге) һутҡа тулышһа, ер еләге лә тау битләүендә тумалай башлаған.Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тигәндәй, бөтмөр хужабикәләр емеш-еләк миҙгелендә ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар, һуттар, компоттар эшләп ҡуя.

Ҡояш ҡыҙҙырып, көндәр эҫетеп ебәреү менән еләк-емеш өлгөрә башланы. Баҡсала –баҡса еләге, айыу еләге, ҡайынлыҡта турғай еләге (ҡайын еләге) һутҡа тулышһа, ер еләге лә тау битләүендә тумалай башлаған.
Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тигәндәй, бөтмөр хужабикәләр емеш-еләк миҙгелендә ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар, һуттар, компоттар эшләп ҡуя.
Баҡса еләгенән дә шифалы, тәмле ҡайнатма әҙерләргә йә туңдырып ҡуйырға була. Еләкте туңдырыр өсөн ҡатҡылыраҡтарын һайлап, уны һалҡын һыу менән сайҡатып, ҡоро таҫтамалға һалып һыуын һарҡытып, пластик һауыттарға йә полиэтилен ҡапсыҡтарға һалып (был осраҡта инде туңдырғыста урын иркенерәк булырға тейеш) туңдыралар. Ҡайнатмаһын әҙерләү ҙә әллә ни мәшәҡәт түгел: бер кило самаһы еләккә кило ярым тирәһе (сиробы ҡуйыраҡ булһын тиһәң, ике кило итеп тә алырға була) шәкәр ҡомо һалып, һуты сығып, шәкәре ирегәнсе бер аҙ тотоп, талғын утта ҡайнатаһың. Ҡайнатманы банкаларға һалып, ҡышлыҡҡа һаҡларға ла була.
Автор фотолары.
Читайте нас