Рауза, әлморон сәскәһенән ҡайнатма әҙерләргә өйрәндек, әйҙәгеҙ, хәҙер бөтнөктән дә эшләп ҡарайыҡ. Бөтнөктө беҙ сәй итеп кенә эсергә ғәҙәтләнгәнбеҙ, ә унан үҙе тәмле, үҙе шифалы ҡайнатма ла ҡайнаталар.
Беренсе ысул буйынса ҡайнатыр өсөн 250-300 г самаһы бөтнөк япрағына 1 кг шәкәр, 2 лимон, ярты литр һыу кәрәк.
Бөтнөктө һалҡын һыуҙа сайҡатып, ваҡлап, лимонды тышы менән бергә турап ҡушаһың да 10 минут тирәһе ҡайнатып алаһың. Әҙер массаны бер тәүлек шул килеш ултыртып торалар. Икенсе көнөнә һөҙөп, шәкәр ҡушып, ҡуйы сиропҡа әйләнгәнсе талғын утта ҡайнатаһың да стерилләнгән таҙа банкаларға ҡояһың. Ҡайнатманы һалҡын ерҙә һаҡлайҙар.
Икенсе ысул: ярты кило самаһы бөтнөк япрағы, 1 кг шәкәр, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 1 стакан һыу.
Бөтнөк япраҡтарын йыуып, кәстрүлгә бөтнөк-шәкәр-бөтнөк-шәкәр аралаштырып, 1 аш ҡалағы лимон кислотаһын 1 стакан йылы һыуҙа иҙеп ҡойғас, берәй тәрилкә менән баҫтырып, алты сәғәт тирәһе төнәтәләр. Ул арала ҡалған шәкәрҙе бер стакан һыу менән ҡайнатып, күбеген ала-ала, сироп эшләйҙәр. Әҙер сиропҡа бөтнөк һутын ҡушып, тағы ла алты сәғәт ултыртып торғас, биш минут талғын утта ҡайнаталар.
Ҡышҡыһын мунсанан һуң үлән сәйенә ҡушып эсһәң, мең сирҙән дауа ғына инде бөтнөк ҡайнатмаһы.