Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Июня 2020, 06:30

Дөйә һеңере үләне (астрагал)

Йәшел дарыуханаДөйә һеңере үләне (астрагал)Был үләнде былтыр эҙләп-эҙләп тә тапмаған ерҙәрҙә быйыл күп итеп үҫеп ултыра. Былтыр ҙа булды ул булыуын урыны-урыны менән, хатта 6 - 7 төрө осраны, ә мин эҙләгән йөнтәҫе тап ителмәне.Дөйә һеңере үләненең донъяла ике меңдән ашыу төрө һыналһа, Рәсәйҙә 900 тирәһе төрө үҫә икән. Уның халыҡ телендә “йәшәү үләне”, “алтын үлән”, “йәшлек үләне” тип йөрөтөлөүе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Тупраҡта алтын барлығын беләбеҙ, ә был үҫемлектә алтын тупраҡтағынан йөҙ тапҡырға күберәк, ти белгестәр.Фотоларҙа был үләндең беҙҙә үҫкән төрҙәре күрһәтелгән.

Йәшел дарыухана
Был үләнде былтыр эҙләп-эҙләп тә тапмаған ерҙәрҙә быйыл күп итеп үҫеп ултыра. Былтыр ҙа булды ул булыуын урыны-урыны менән, хатта 6 - 7 төрө осраны, ә мин эҙләгән йөнтәҫе тап ителмәне.
Дөйә һеңере үләненең донъяла ике меңдән ашыу төрө һыналһа, Рәсәйҙә 900 тирәһе төрө үҫә икән.
Уның халыҡ телендә “йәшәү үләне”, “алтын үлән”, “йәшлек үләне” тип йөрөтөлөүе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
Тупраҡта алтын барлығын беләбеҙ, ә был үҫемлектә алтын тупраҡтағынан йөҙ тапҡырға күберәк, ти белгестәр.
Дөйә һеңерен (астрагал) скифтар ваҡытынан уҡ ҡулланыуҙары билдәле. Сер итеп һаҡланған был үләндең шифаһына ҡатын - ҡыҙ лайыҡ түгел тип һыналған. Ни өсөн – бер кем белмәй.
Был шифалы үлән ҡатын-ҡыҙ организмына хромосома, ДНК кимәлендә ыңғай тәьҫир итә, һау-сәләмәт балалар табырға, ауырға ҡалырға, ҡырҡтан үткәндәргә гормональ фонды тейешле кимәлдә тоторға булышлыҡ итә. Кальций ҙа күп унда, шунлыҡтан остеопороз ауырыуын иҫкәртә. Тырнаҡ, сәстәрҙе матур, сәләмәт килеш йөрөтөргә ярҙам итә.
Элек хужалыҡтарҙа һарыҡ күп булды. Ә был үләнде мал ярата, шуға бөтә яҙғандыр тип уйлайым.
Читайте нас