Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июня 2020, 10:56

Вәли ҡарт тураһында хикәйәт

- Ир ҡорона ла индең, балам, буйға ла тартылдың. Һуйып ҡаплаған Вәли ҡарт! – Кадет корпусының беренсе курсын тамамлаған улын әсә һағынып, күҙҙәренә шатлыҡ йәштәрен алып ҡаршыланы.- Һаумы, әсәй, һаумы, - тине улы әсәһен ҡосаҡлап. – Ҡуй, әсәй, илама бушҡа.- Шатлыҡтан бит, балам, ана ҡалай минән ике башҡа үҫеп киткәнһең! Беҙҙең Вәли ҡарт та шулай буйсан ине. - Ярар, әсәһе. Егет юлдан ҡайтҡан, асыҡҡан.- Атаһы түҙмәй һүҙгә ҡыҫылды. – Бар, сәйеңде ултырт.- Әйҙә һуң, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ ҙа, өҫтәлгә. Мин һин яратҡан картуф бәлешен дә бешерҙем, улым. Азамат өйгә килеп ингәс тә, тәмле бешенте еҫе тойғайны шул. Мәтрүшкәле сәйе лә бит! Их, рәхәт шул өйҙә тип уйланы ул бәлеште ҙур ғына итеп ҡабып.

- Ир ҡорона ла индең, балам, буйға ла тартылдың. Һуйып ҡаплаған Вәли ҡарт! – Кадет корпусының беренсе курсын тамамлаған улын әсә һағынып, күҙҙәренә шатлыҡ йәштәрен алып ҡаршыланы.
- Һаумы, әсәй, һаумы, - тине улы әсәһен ҡосаҡлап. – Ҡуй, әсәй, илама бушҡа.
- Шатлыҡтан бит, балам, ана ҡалай минән ике башҡа үҫеп киткәнһең! Беҙҙең Вәли ҡарт та шулай буйсан ине.
- Ярар, әсәһе. Егет юлдан ҡайтҡан, асыҡҡан.- Атаһы түҙмәй һүҙгә ҡыҫылды. – Бар, сәйеңде ултырт.
- Әйҙә һуң, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ ҙа, өҫтәлгә. Мин һин яратҡан картуф бәлешен дә бешерҙем, улым.
Азамат өйгә килеп ингәс тә, тәмле бешенте еҫе тойғайны шул. Мәтрүшкәле сәйе лә бит! Их, рәхәт шул өйҙә тип уйланы ул бәлеште ҙур ғына итеп ҡабып.
- Бына булды, хәҙер ҡартатайың тураһында һөйләһәң дә була, атыу бала тупһаға баҫыр-баҫмаҫтан шул хаҡта тылҡыйһың.
- Һуң ныҡ оҡшаған бит уға Азамат! Ҡойған да ҡаплаған Вәли ҡарт! Бының ни хилафлығы бар? Ваҡытында уны тирә-яҡта барыһы ла белә ине, хатта Ырымбур яғында ла знакумдары бар ине...
Ҡарт ҡартатайың, балам, оҫта, мәргән һунарсы булды. Йәнлектең тиреһен боҙмаҫ өсөн күҙенә генә атыр ине. Оһоллоғо - атаһынан.Уның менән бергә һунар иткән, Ырымбурға баҙарға ла бергә йөрөгән. Нимә генә тотмаған улар: ул төлкөмө, бүреме, ҡуянмы, һыуһармы... Айыу ҙа алғандар. Тиреләрҙе баҙарға алып барыу үҙе бер бәлә булған – йәйәү йөрөгәндәр бит. Ҡулдан эшләнгән санаға тире һалынған биш-алты тоҡ һыйған. Юлға ла арыу ваҡыт киткән, кәм тигәндә бер аҙна. Ауылдан йылына бер генә сыға алғандар. Мараптал, Себенле, Ҡарабирҙе ауылдары аша үткән баҙарға юл. Вәли ҡарт ауылдарҙағы знакумдарына туҡтап, ял итеп алыр булған. Ҡыш буйы һунар итеп, туң күтәрткән саҡта юлға сыҡҡандар.
Һатыу шәп барған, Урта Азия халҡы үткерлеге менән айырылып торған. Тире һатҡан оста Вәли ҡарт исемен ишетеү менән сифатлы тире алырға теләүселәр күбәйгән, сират та һыу буйы булып һуҙылған.
Һатыу бөткәс, ир-егеттәр иң тәүҙә дары, мылтыҡ, ҡапҡан кеүек кәрәк-яраҡтарҙы теүәлләп, ауылдан һораған еп, энә, тоҙ, кәрәсин лампалары, һауыт-һаба, тараҡ, туҡыма һәм башҡа нәмәләр алғандар.
Барғанда ла, ҡайтҡанда ла шулай тейәнеп йөрөгәндәр.
- Әсәй, Вәли ҡарт үҙенә нисек кәләш тапҡанын һөйләгәйнең бит әле.
- Әй, балам, ул хәҙер генә көлкө инде. Ул саҡта уның ҡайғыһы булғанмы... Юлда күҙе төшкән уға. Ҡарабирҙе ауылындағы Кәлимулла тигән знакумының Хәсбиямал исемле ҡыҙы күңеленә ята бының. Йыл буйы атаһы менән Ырымбурға барып ҡыҙҙы әйтереүҙәрен көтә. Киләһе сәфәрҙән ҡайтыр юлда былар һунарсылар тағы ла Кәлимуллала туҡтай. Хәсбиямалға күп итеп бүләктәр ҙә алалар. Вәлиулла ла уны алып ҡайтып китергә тәүкәлләй. Таңға юлға сығалар, буран ҡалҡып китә. Йәш киленде йылы итеп кейендереп, төрөп санаға ултырталар, Вәлиулла һөйрәп бара. Ауылға етергә бер биш –алты саҡырымдай ара ҡалғас, атаһы ҡулын һелтәп, ялға туҡтарға ишаралай.
Арыу-талыуҙы белмәй осоп-ҡунып килгән Вәлиулланың ялға туҡтарға уйы ла булмай тәүҙә. Берәй нәмә кәрәкмәйме тип йәш кәләштән һорайҙар, яуап булмағас, шик баҫа. Ҡараһалар, санала Кәлимулланың өлкән ҡыҙы Ғәйшә ултыра, ти. Кейәүгә сыҡмай ултырып ҡалған ҡылый күҙле, аҡһаҡ ҡарт ҡыҙын биреп ебәргән знакумдары.
- Төп башына ултыртҡандар егетте. Ҡара уны, Азамат, һинең менән дә шулай булып ҡуймаһын, - тип ҡуйҙы атаһы.
- Хәйләкәр булып сыҡҡан шул знакумдары, шулай ҙа былар кире боролмай. Ғүмер эсендә бер үкенмәне Вәлиулла ҡарт. Матурлыҡ-туйҙа, уңғанлыҡ көн дә кәрәк тигәндәй, егәрле, оҫта ҡуллы була Ғәйшә. Беҙгә лә шундай килен эләкһә ҡана һуң!
- Улым, хәтереңдәме, мәктәптә уҡығаныңда өй башында ятҡан саңғыны һорап аптырата инең. Вәлиулла ҡарттыҡы ине бит ул, шуға һаҡлап тоттоҡ.
Ҡасандыр беҙҙең яҡтарҙа Ҡолшай тигән ауыл булған, унда ла беҙҙең Вәли ҡарт һымаҡ бер оҫта һунарсы йәшәгән. Аҫтына быҙау тиреһен тарттырып тороп һунар саңғыһы эшләп алалар улар. Вәлиулла ҡарттан шул саңғы ғына тороп ҡалғайны иҫтәлеккә. Аҙаҡ мин уны тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙым. Оҫта һунарсы тураһында белһендәр, балаларға һөйләһендәр тип.
- Әсәй, әйҙә, иртәгә урманға сығып әйләнәйек. Әлморондар ҙа өлгөргән, бәшмәк тә йыйырға була.
- Бына бит, ни әйттем мин: урман тарта һине, урман. Вәли ҡартҡа оҡшағанһың шул, ҡартатайыңа...
Читайте нас