Гөлсәсәк ПСӘНЧИНА, ике бала әсәһе:
- Тормошҡа сыҡҡас, Өфөлә ҡалырға теләгәйнем. Биш йыл буйы унда уҡығас, ҡала миңә ныҡ яҡын ине, телевидениела эшләп тә йөрөнөм. Шунда йәшәргә, шунда төпләнергә хыялландым.
Ә ирем Себерҙә эшләй ине. Өйләнешкәс, Покачи ҡалаһына юлланырға тура килде. Әммә беҙ, Башҡортостан балалары, ауыл балалары, тәбиғәт балалары, тоноҡ, төҫһөҙ, күңелһеҙ ерҙә ҡала алманыҡ. Өс ай торҙоҡ та унда, кәңәшләшеп, кире Башҡортостанға ҡайтырға булдыҡ. Эльвир эштән сығып, туйға төшкән аҡсаға машина һатып алдыҡ та, Мораҡҡа ҡайтып та киттек. Унда бер-ике ай тирәһе торғас, Өфөгә күсергә өгөтләнем иремде. Эш эҙләнек, әммә эш тигәне унда булманы, Мораҡта килеп сыҡты һәм беҙ бында тороп ҡалдыҡ. Ауыл кешеһенә, ысынлап та, ҡалала ерегеп китеүе ҡыйын.
Тағы ла: донъялағы һуңғы эпидемик хәл-торошто баһалап, ауылда ҡалыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ! Балалар менән дүрт диуарҙа бикләнеп нисек ултырыр инек – хатта күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Ә бында, ауылда, бәләкәй генә булһа ла, үҙебеҙҙең бизнес; үҙебеҙҙең йорт, иркен ишек алды, эргәлә генә тәбиғәт ҡосағы, атай-әсәйҙәр ҙә эргәлә, балаларыбыҙ уларҙың тәрбиәһен күреп, өләсәй-ҡәртәсәй әкиәттәрен тыңлап үҫә. Балаларҙы ауылса тәрбиәләйбеҙ, бик йыш ҡырға алып сығабыҙ. Тәбиғәт менән бер булып үҫһендәр, тибеҙ. Тәбиғәттең тын алышын тойоп, уның һәр көнөн күреп, күҙәтеп йәшәүҙән дә мөһим, ҙур бәхет бармы икән донъяла?..