Мораҙым
+20 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2020, 12:50

Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде

Социаль хеҙмәткәр һөнәре сағыштырмаса яңы - 1989 йылда ғына барлыҡҡа килде, әммә ошо ваҡыт эсендә бик кәрәкле, мөһим өлкә булып танылды. Социаль ярҙам күрһәтеү башлыса өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, саң һурҙырыу, дарыу, аҙыҡ-түлек һатып алып килтереү кеүек ябай ғына көндәлек эштәрҙән торһа ла, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте ошо исемлектән генә ғибәрәт тип әйтеп булмай. Был өлкәне һайлағандарға башҡаларҙың хәленә инә белергә, үҙе ҡараған өлкәндәр, инвалидтар менән йәнле аралашырға, уларҙың хәсрәттәрен үҙ йөрәктәре аша үткәрергә, кәрәк икән кәңәшсе лә булырға тура килә. Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Һарытау утарында ғүмер кисергән Гөлнара апай Яҡупованың социаль хеҙмәткәр булып эшләүенә 10 йыл ваҡыт уҙған. Ошо йылдар эсендә ул үҙе хеҙмәт күрһәткән инәй-бабайҙарҙың уң ҡулына әйләнгән. - Эшемде лә, инәй-бабайҙарымды ла шул тиклем яратам, үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти ул. Уның хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡығыҙ.

Социаль хеҙмәткәр һөнәре сағыштырмаса яңы - 1989 йылда ғына барлыҡҡа килде, әммә ошо ваҡыт эсендә бик кәрәкле, мөһим өлкә булып танылды.
Социаль ярҙам күрһәтеү башлыса өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, саң һурҙырыу, дарыу, аҙыҡ-түлек һатып алып килтереү кеүек ябай ғына көндәлек эштәрҙән торһа ла, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте ошо исемлектән генә ғибәрәт тип әйтеп булмай. Был өлкәне һайлағандарға башҡаларҙың хәленә инә белергә, үҙе ҡараған өлкәндәр, инвалидтар менән йәнле аралашырға, уларҙың хәсрәттәрен үҙ йөрәктәре аша үткәрергә, кәрәк икән кәңәшсе лә булырға тура килә.
Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Һарытау утарында ғүмер кисергән Гөлнара апай Яҡупованың социаль хеҙмәткәр булып эшләүенә 10 йыл ваҡыт уҙған. Ошо йылдар эсендә ул үҙе хеҙмәт күрһәткән инәй-бабайҙарҙың уң ҡулына әйләнгән.
- Эшемде лә, инәй-бабайҙарымды ла шул тиклем яратам, үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти ул. Уның хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас