Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2020, 10:40

Үлән сәйен нисек әҙерләргә

Ферментланған үлән сәйеме, әллә киптерелгәне файҙалыраҡмы тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Өҙөп кенә уныһы йә быныһы яҡшыраҡ тип әйтеп булмай. Үлән сәйе оҫталары әйтеүенсә, үләнде киптереп ҡулланғанда, шифаһының 15- 20% ғына алып була, имеш. Ә ферментлағанда, кислородһыҙ бәйләнешкә кереп әсеү (брожжение) һөҙөмтәһендә шифаһы күпкә арта, тиҙәр. Әлбиттә, ике төрлө ҡулланыу ҙа дөрөҫ. Ғөмүмән, сәйҙе төрләндереп тороу яҡшы. Ҡайһы бер япраҡтарҙың һуты әҙ, улар насар ферметлана. Мәҫәлән, ҡыр еләге япрағы. Уны ит үткәргестән үткәреп һауа инмәгән һауытта 3-4 сәғәт тотоп, еләҫ ерҙә киптерһәң яҡшыраҡ. Үҙенә күрә гранулланған сәй була. Ә инде ҡарағат, мәтрүшкә, кейәү үләне кеүек еҫле үҫемлектәрҙе ферметлаһағыҙ, аптырамағыҙ - хуш еҫтән бер нәмәлә ҡалмаҫ. Имән, муйыл, ҡурай еләге, кесерткән япраҡтарын ферментларға була. Ферментлау ысулдарының төрлөһөн ҡулланып ҡараным, иң оҡшағаны ошолай: таҙа япраҡтарҙы йәки үләнде банкаларға нышып тултырам, 2-4 көн йылыла тотам (тура ҡояш нуры төшөргә тейеш түгел); тәпәш һауытҡа бушатып йәшел көйө ҡалған япраҡтарын тағы ла ферментларға айырып һалам. Өлгөргән үҫемлекте кер йыуған кеүек әйләндереп-әйләндереп, һуты сыҡҡанса тансҡайым һәм ҡояш төшмәгән, еләҫ урында киптереп алам.

Йәшел дарыухана
Ферментланған үлән сәйеме, әллә киптерелгәне файҙалыраҡмы тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Өҙөп кенә уныһы йә быныһы яҡшыраҡ тип әйтеп булмай. Үлән сәйе оҫталары әйтеүенсә, үләнде киптереп ҡулланғанда, шифаһының 15- 20% ғына алып була, имеш. Ә ферментлағанда, кислородһыҙ бәйләнешкә кереп әсеү (брожжение) һөҙөмтәһендә шифаһы күпкә арта, тиҙәр. Әлбиттә, ике төрлө ҡулланыу ҙа дөрөҫ.
Әйтәйек, һөт ризығын алайыҡ: кемгәлер ул һөт килеш оҡшаһа, икенселәргә - ҡатыҡ йә ҡорот килешә. Ҡатыҡ та, тоҙло кәбеҫтә лә (квашенная) шул уҡ ферментланған ризыҡ. Һөт килеш ҡайһы бер кешегә ауыр һеңдерелһә, ҡатыҡ еңел үҙләштерелеп, шифаһын күрә. Миңә иһә әсегән һөт кенә килешә. Шулай уҡ кәбеҫтә еңел үҙләштерелгән түбән калорийлы булараҡ аш үҙләштереүҙе яҡшыртһа, холестеринды кәметһә, тоҙло кәбеҫтә ферментация үтеп, шәкәре һөт кислотаһына әйләнә һәм С витамины әллә күпмегә артып китә. Һөҙөмтәлә, тоҙло кәбеҫтә шәкәрҙе төшөрөргә, иммун системаһын нығытырға ярҙам итә. Шуның өсөн, үләндең дә киптерелгәнен дә, ферментланғанын да алмашлап ҡулланыу дөрөҫ булыр ине. Ғөмүмән, сәйҙе төрләндереп тороу яҡшы. Ҡайһы бер япраҡтарҙың һуты әҙ, улар насар ферметлана. Мәҫәлән, ҡыр еләге япрағы. Уны ит үткәргестән үткәреп һауа инмәгән һауытта 3-4 сәғәт тотоп, еләҫ ерҙә киптерһәң яҡшыраҡ. Үҙенә күрә гранулланған сәй була. Ә инде ҡарағат, мәтрүшкә, кейәү үләне кеүек еҫле үҫемлектәрҙе ферметлаһағыҙ, аптырамағыҙ - хуш еҫтән бер нәмәлә ҡалмаҫ. Имән, муйыл, ҡурай еләге, кесерткән япраҡтарын ферментларға була. Ферментлау ысулдарының төрлөһөн ҡулланып ҡараным, иң оҡшағаны ошолай: таҙа япраҡтарҙы йәки үләнде банкаларға нышып тултырам, 2-4 көн йылыла тотам (тура ҡояш нуры төшөргә тейеш түгел); тәпәш һауытҡа бушатып йәшел көйө ҡалған япраҡтарын тағы ла ферментларға айырып һалам. Өлгөргән үҫемлекте кер йыуған кеүек әйләндереп-әйләндереп, һуты сыҡҡанса тансҡайым һәм ҡояш төшмәгән, еләҫ урында киптереп алам.
Үләнде киптереп әҙерләгәндә лә ҡайҙа, ҡасан йыйыуға иғтибарлы булығыҙ, нисек киптереү ҙә мөһим. Кипкән үләндә файҙаһы булһын өсөн кәрәкле миҡдарҙа дымы ла ҡалырға тейеш. Шуға кипкәс турап моҡсайҙарға йә банкаларға ябып ҡуялар. Шулай ҙа үләндәр менән эш иткәндә самаһын белһәң дарыу, белмәһәң ағыу икәнен иҫтә тотоғоҙ.
Читайте нас