Доғаларҙың көсө - мөғжизә
Доғаларҙың кеше организмына йоғонтоһон ғалимдар күптән өйрәнә. Тикшеренеүҙәр Американың Төньяҡ Каролина штатындағы Герцог университетында ла алып барыла. Ғалимдар йөрәк сире менән ауырыған 700 пациентҡа доға ҡылыу өсөн бер нисә дин әһелен саҡыра. Бер нисә көн табиптар был ауырыуҙарҙың хәл-торошон күҙәтә. Тиҙҙән профессов Митчелл Крушофф һөҙөмтәләрҙе иғлан итә: доғалар ярҙамында һауығыу темпы яҡынса 93 процентҡа артҡан.
Күп кенә психологҡа һәм неврологҡа доға ҡылғандан йә намаҙҙан һуң кешенең күңел торошо яҡшырыуы кеүек рациональ күҙлектән ҡарағанда аңлатыуы ауыр булған феномен яҡшы билдәле. Хатта өмөтһөҙ булған ауырыуҙар ҡайһы осраҡта тулыһынса һауығып ҡуя. Көйләп намаҙ уҡыу хатта психик ауырыуҙы ла тынысландыра ала, тиҙәр медицина ғалимдары. Асыҡланыуынса, доға уҡыу ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә һәм диабет сирлеләргә ярҙам итә. Ҡандағы холестерин кимәле кәмей һәм матдәләр алмашыныу процессы көйләнә. Доға ҡылған ваҡытта баш мейеһенең биотоктар ритмы шул тиклем тиҙлеген кәметә, хатта аңдың дүртенсе торошо булыуы хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Был хәлдә мейе тулаһынса эшләүҙән туҡтай: уйлау, фекерләү һәләте юғала һәм аң кәүҙәнән тыш йәшәй башлай. Уяу ваҡытында оло кешенең баш мейеһендә альфа һәм бета-ритмдарҙың биотоктары 8-ҙән 30 герцҡа тиклем йышлыҡ менән өҫтөнлөк итә. Ә инде намаҙ уҡыған ваҡытта биоток йышлығының ритмы 3 герцҡа тиклем кәмей.
Нейрофизиология күҙлегенән ҡарарғанда, доға ҡылыусы кешеләр балалыҡҡа ҡайтҡандай була. Доға уҡыған ваҡытта мейе нейрондары араһында патологик бәйләнеш юҡҡа сыға, сөнки кеше ауырыу тураһында уйлауҙан туҡтай, ти доктор Слезин. – Ҡайһы бер осраҡта ул үлемесле ауырыуҙы ла сәләмәтләндереүгә килтерә.