Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Июня 2020, 13:20

Бөтә ауылдарҙа ла Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө уҙҙы

6 июндә республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө уҙҙы һәм халыҡ зыяраттарҙы таҙартыу, йыйыштырыу, төҙөкләндереү өсөн өмәгә сыҡты.Сәйетҡол ауылы халҡы һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте: иртә менән зыярат янында тиҫтәнән ашыу машина һәм бер төркөм кеше йыйылды. Ауыл Советы депутаты Ҡасим Хөсәйенов үҙенең “МТЗ” тракторында сабылған үләнде, кипкән ҡыуаҡ-ағас ботаҡтарын ҡыйлыҡҡа алып барып түгеп торҙо, башҡалар иһә зыярат эсен һәм тирә-яғын тәртипкә килтерҙе. Әйткәндәй, күрше Бикеш ауылы халҡы ла уларҙан ҡалышманы, дәррәү өмәгә сыҡты.

6 июндә республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө уҙҙы һәм халыҡ зыяраттарҙы таҙартыу, йыйыштырыу, төҙөкләндереү өсөн өмәгә сыҡты.
Сәйетҡол ауылы халҡы һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте: иртә менән зыярат янында тиҫтәнән ашыу машина һәм бер төркөм кеше йыйылды. Ауыл Советы депутаты Ҡасим Хөсәйенов үҙенең “МТЗ” тракторында сабылған үләнде, кипкән ҡыуаҡ-ағас ботаҡтарын ҡыйлыҡҡа алып барып түгеп торҙо, башҡалар иһә зыярат эсен һәм тирә-яғын тәртипкә килтерҙе. Әйткәндәй, күрше Бикеш ауылы халҡы ла уларҙан ҡалышманы, дәррәү өмәгә сыҡты.
Читайте нас