Мораҙым
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
7 Июня 2020, 06:12

Үрге Һаҙҙа балалар майҙансығы төҙөлдө

Быйылғы Зауыҡлы биләмәләр йылында Үрге Һаҙҙа "Реаль эштәр" программа буйынса ауыл халҡының һорауы буйынса балалар майҙансығы төҙөлдө. Был эште башлаусы,ойоштороусо һәм аҙағынаса еткереүсе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вәлитов Әхмәтйән Хәкимйән улына ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт! "Күмәкләгән-яу ҡайтарған", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауылыбыҙҙың ир-егеттәре был эшкә берҙәм, дәррәү тотоноп тиҙ арала башҡарып сыҡты.Ҡатын-ҡыҙҙар матурлап буяп ҡуйҙы. Мәҡсүт ауыл биләмәһенән Зөһрә Иванова һәм Гүзәл Мөлөковалар ярҙамға килде.

Быйылғы Зауыҡлы биләмәләр йылында Үрге Һаҙҙа "Реаль эштәр" программа буйынса ауыл халҡының һорауы буйынса балалар майҙансығы төҙөлдө.
Был эште башлаусы,ойоштороусо һәм аҙағынаса еткереүсе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вәлитов Әхмәтйән Хәкимйән улына ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт!
"Күмәкләгән-яу ҡайтарған", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.Ауылыбыҙҙың ир-егеттәре был эшкә берҙәм, дәррәү тотоноп тиҙ арала башҡарып сыҡты.Ҡатын-ҡыҙҙар матурлап буяп ҡуйҙы. Мәҡсүт ауыл биләмәһенән Зөһрә Иванова һәм Гүзәл Мөлөковалар ярҙамға килде. Ауылдың йәмәғәт эштәренән тыш һәр ғаилә үҙҙәре йәшәгән йорттоң тирә-яғын,ҡоймаларын яңырталар,матурлайҙар - был маҡтауға лайыҡ, тимәк кешеләр матурлыҡҡа ынтылып йәшәргә тырыша.Ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ ҙа, тыуған ауылдарын онотмай, форсат табып,тыуған нигеҙҙәрен ҡарап,тәрбиәләп торһондар ине тигән теләктә ҡалабыҙ.
Мәймүнә МӘЖИТОВА,
Үрге Һаҙ ауылы.
Читайте нас