Мораҙым
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Июня 2020, 06:55

Йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар булмай...

Йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар булмай, бары тик матурлығын күрә белмәгән, күрһәтә белмәгән гүзәл заттар ғына бар, тиҙәр. Ысынлап та, ауыл ерендә, айырыуса йәйгеһен мең мәшәҡәттәргә күмелгәндә, үҙеңде ҡарарға, бит-ҡул тиреһен тәрбиәләргә ваҡыт табыуы ауыр. Шулай ҙа “Биҙәнгән бит – бит кеүек, биҙәнмәгән эт кеүек” тигән әйтемде иҫкә төшөрөп, үҙеңә бер аҙ иғтибар бүлергә кәрәктер. Әлбиттә, биҙәнеү-төҙәнеүҙә сама белеп... Кершән (румяна), иннек (помада), һөрмәне (тень) һайлағанда, сәстең, күҙҙәрҙең төҫтәренә иғтибар итергә кәрәк. Түбәндә һүҙ шул хаҡта бара...

Йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар булмай, бары тик матурлығын күрә белмәгән, күрһәтә белмәгән гүзәл заттар ғына бар, тиҙәр. Ысынлап та, ауыл ерендә, айырыуса йәйгеһен мең мәшәҡәттәргә күмелгәндә, үҙеңде ҡарарға, бит-ҡул тиреһен тәрбиәләргә ваҡыт табыуы ауыр. Шулай ҙа “Биҙәнгән бит – бит кеүек, биҙәнмәгән эт кеүек” тигән әйтемде иҫкә төшөрөп, үҙеңә бер аҙ иғтибар бүлергә кәрәктер. Әлбиттә, биҙәнеү-төҙәнеүҙә сама белеп...
Беҙҙең көрән күҙле мосолман ҡыҙҙарына көрәнерәк, һорғолтораҡ төҫтәге һөрмә (тень) һайлау кәңәш ителә. Аҡ битле, ҡара, ҡуйы көрән, һоро йәки йәшкелт күҙле, ҡара ҡашлы, ҡара сәсле ҡатын-ҡыҙҙарға биҙәнгәндә ҡара, зөбәржәт, күкһел көрән, алһыу, күк төҫтәр килешә. Алһыу-аҡ йөҙлөлөргә көрән, йәшел, зәңгәрһыу һөрмәләр матур булыр. Ҡашты буяғанда иһә ҡара ҡәләм урынына көрән, һороларын һайлау отошло булыр. Иннек (помада) урынына алһыу бальзам һөртөү йөҙҙө сафыраҡ, йәшерәк күрһәтер, ти белгестәр.
Биткә үҙеңә тап килмәгән кершән (румяна) яғыу төптө дөрөҫ түгел, тән тиреһенә генә түгел, сәс төҫөнә лә иғтибар итеү кәрәк. Һары сәслеләргә бар төҫтәр ҙә килешә тиерлек, ләкин сиктәре асыҡ беленеп тормаҫҡа тейеш. Ҡыҙғылт сәслеләргә артыҡ ҡараңғы йәки асыҡ, алһыу төҫтәр килешмәҫ. Ҡараҡайҙарға тәбиғи төҫтәге – көрән, йылы алһыу кершәндәр тап килер.
Читайте нас