Мораҙым
+15 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Июня 2020, 09:32

Мораҙым тарлауығы

Мораҙым тарлауығын төрлө үҫемлектәргә бай. Унда уларҙың биш йөҙҙән ашыу ҡатмарлы төҙөлөшлө төрө үҫә.Мәҫәлән, әрҙәс гөл йәки кәкүк ситеге (венерин башмачок),ҡауырһынлы ҡылған (ковыль перистый),алтай елемүләне, бәғәнәш, еҫле бөрмәкәй, оҫҡон йыуаһы, Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, Роберт яраны, татар ҡутырбашы, төньяҡ шиверекия үләне һәм башҡа үҫемлектәр осрай.Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабына” ингән үҫемлектәрҙең 17 һирәк төрө - Биберштейн тюльпаны, көмөш төҫлө япраҡлы тәңкәғуҙаҡ, энә япраҡлы ҡәнәфер, шулар араһынан дөйә ҡылғаны, Залесский ҡылғаны, йөнтәҫ япраҡлы ҡылған, йәмле ҡылған, ҡаты япраҡлы еҙүлән, Литвинов торна борсағы, урыҫ сыбар сәскәһе, ысын кәкүк ситеге РСФСР ҙың “Ҡыҙыл китабына” ла индерелгән.

Мораҙым тарлауығын төрлө үҫемлектәргә бай. Унда уларҙың биш йөҙҙән ашыу ҡатмарлы төҙөлөшлө төрө үҫә.
Мәҫәлән, әрҙәс гөл йәки кәкүк ситеге (венерин башмачок),
ҡауырһынлы ҡылған (ковыль перистый),алтай елемүләне, бәғәнәш, еҫле бөрмәкәй, оҫҡон йыуаһы, Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, Роберт яраны, татар ҡутырбашы, төньяҡ шиверекия үләне һәм башҡа үҫмлектәр осрай.
Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабына” ингән үҫемлектәрҙең 17 һирәк төрө - Биберштейн тюльпаны, көмөш төҫлө япраҡлы тәңкәғуҙаҡ, энә япраҡлы ҡәнәфер, шулар араһынан дөйә ҡылғаны, Залесский ҡылғаны, йөнтәҫ япраҡлы ҡылған, йәмле ҡылған, ҡаты япраҡлы еҙүлән, Литвинов торна борсағы, урыҫ сыбар сәскәһе, ысын кәкүк ситеге РСФСР ҙың “Ҡыҙыл китабына” ла индерелгән.
Автор фотолары.
Читайте нас