Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Июня 2020, 12:54

Үҙемә теләгем

Был донъянан биҙеп киткән Хәсрәтле саҡтар була, Йөрәккәйең боҙҙай ҡата, Күңелгә хәүеф тула. Ярай ҙа ул бүлешергә Әҙер торһа яҡының, Нишләргә һуң яңғыҙыңа, Бөркөп торһа һалҡынын, Һөйрәй -һөйрәй донъя йөгөн, Сабып барған ат кеүек, Һөрлөгөп тә китеүең бар, Яҡын кешең ят кеүек, Торорға һис ярҙам итмәҫ, Күтәрешмәҫ йөгөңдө, Бына ҡайҙа ғазап уты, Бөтөрөрһөң үҙеңде. Ҡайғырма һис, шул минуттан Таян бер Хоҙайыңа, Ул ташламаҫ, мәхрүм итмәҫ, Китер тик уңай ғына Тормошоң да, шуны бел дә, Йәшә намыҫ ҡушҡанса, Йәнгә тыныслыҡ та килер, Бары -юғына уфтанма... Миңлегөл Хисамова

Был донъянан биҙеп киткән
Хәсрәтле саҡтар була,
Йөрәккәйең боҙҙай ҡата,
Күңелгә хәүеф тула.

Ярай ҙа ул бүлешергә
Әҙер торһа яҡының,
Нишләргә һуң яңғыҙыңа,
Бөркөп торһа һалҡынын,

Һөйрәй -һөйрәй донъя йөгөн,
Сабып барған ат кеүек,
Һөрлөгөп тә китеүең бар,
Яҡын кешең ят кеүек,

Торорға һис ярҙам итмәҫ,
Күтәрешмәҫ йөгөңдө,
Бына ҡайҙа ғазап уты,
Бөтөрөрһөң үҙеңде.

Ҡайғырма һис, шул минуттан
Таян бер Хоҙайыңа,
Ул ташламаҫ, мәхрүм итмәҫ,
Китер тик уңай ғына

Тормошоң да, шуны бел дә,
Йәшә намыҫ ҡушҡанса,
Йәнгә тыныслыҡ та килер,
Бары -юғына уфтанма...

Миңлегөл Хисамова
Читайте нас