Оя яһап түл йәйер ер бит ул Башҡортостаныбыҙ. Хайран ҡалырлыҡ матур ерҙә йәшәйбеҙ. Гүзәл илебеҙҙең тәбиғәт байлығына кемдәр генә ҡыҙыҡмаған да кемдәр генә ҡул һуҙмаған! Аҡ болотҡа олғашҡан мәғрур тауҙар, зәңгәр таҫмалай һуҙылған йылғалар, мөһабәт ҡарағайҙар, олпат имәндәр, зифа ҡайындар, һомғол талдар хасил иткән ҡара урмандар, мең төрлө шифаға эйә сәскә –үләндәр, тәмле-тәмле емеш-еләктәр, көмөштәй саф һыулы шишмәләр, гөлрләп торған умарталы ҡырҙар, әкиәттәрҙә, мәшһүр эпостарҙа, риүәйәттәрҙәгесә һүрәтләнгәнсә “олатайҙай айыуҙар”, “Һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән, ҡолағы миңле төлкөләр”, “Майлап һалған ҡайыштай йыланы күп”, “Оя яһап, түл йәйер” ерҙәр – барыһы ла Башҡортостан ерендә.