Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
5 Июня 2020, 10:00

Башҡорт аты - милләт ҡото

Борон-борондан башҡорттарҙа йылҡы малына хөрмәтле ҡараш йәшәгән.Ат изгелекле һәм аҡыллы хайуан тип һаналған. Атты ҡарай, тәрбиәләү белмәгән ир-ат һанланмаған, аттың башына һуғыу, туҡмау тыйылған. Атҡа һуҡҡан кеше иң әшәке, иң яуыз, игелекһеҙ кеше тип иҫәпләнгән. Ярыш ваҡытында ла атты сыбыртҡы менән ҡабаландырыу хупланмаған, ә инде йүгеректең арҡаһына хөсөт менән һыҙырыуҙы бик ҡаты шелтәләгәндәр. Башҡорт халҡының атҡа ошолай һөйөп, яратып ҡарауы хөрмәтле мөнәсәбәте уның йырҙарында , эпостарында киң сағылыш тапҡан. Шәп толпарҙар төп геройҙың кәңәшсеһе, аҡыл биреүсеһе ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙамсыһы, пар ҡанаты итеп һүрәтләнә.

Читайте нас