Ауылдарҙа эштәрҙең иң ҡыҙған мәле. Шәхси ихаталарҙағы мәшәҡәттәргә йәмәғәт урындарының тирә-яғын төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу эштәре лә килеп ҡушыла. Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто эшсәндәре лә һәр ваҡыттағыса дөйөм эштәрҙән ситтә ҡалмай, улар быға тиклем сәскә түтәлдәрен утау менән мәшғүл булған, Ялсы һәм Һапаш ауылдарындағы балалар майҙансыҡтарын буяған, әле иһә ҡый үләндәрен сабалар.