Баш ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә “Өфө уйнай 2020” мажаралы-танып белеү офлайн-уйыны тураһында һөйләнеләр.
Быйыл дистанцион уҡытыуға бәйле балалар оҙаҡ ваҡытты компьютер алдында үткәрергә мәжбүр булды. Әүҙем эшмәкәрлек һәм интеллектуаль үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында уларға “Өфө – яратҡан ҡалам” программаһы нигеҙендә офлайн-уйын үткәрергә ҡарар ителде.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, уйын 8 июндә башлана һәм өс этапта уҙғарыла: беренсе этап – 8-11 июндә, икенсеһе – 16-19 июндә, өсөнсөһө – 23-26 июндә. Сара көн һайын сәғәт 10-да башланып, көндөҙгө 1-ҙә тамамлана.
Саф һауала ойошторолған офлайн-уйындың һәр этабында 700 уҡыусы ҡатнаша. Бының өсөн Өфө хакимиәтенең рәсми сайтындағы анкетаны тултырырға кәрәк. Теркәү 4 июндә башлана. Әйткәндәй, сара тотош ҡала буйынса үтә. Төп шарт – “Instagram” селтәрендә асыҡ аккаунтҡа эйә булыу. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Уйын тураһында ентекле мәғлүмәт менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең сайтында танышырға мөмкин.