Һуғыштан алда тыуып, дәһшәтле йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын, ыҙа-ғазаптарын үҙ елкәләрендә күтәргән быуын вәкилдәре хәҙер инде арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Быуындары ла ҡатмаған килеш ололар менән бер ҡатарҙан тормош арбаһына төптән егелеп, иген сәсеү-утау, урыу-йыйыу, колхоз малдарына мал аҙығы әҙерләү, уларҙы ҡарау кеүек эштәрҙе эшләү уларҙың һаулығына ныҡлы йоғонто яһамай ҡалмаған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла уларҙың тормошо аллы-гөллө һуҡмаҡтарҙан бармаған – илде аяҡҡа баҫтырыуҙа улар алдынғылар рәтендә торған.
Нуҡай ауылында тыуып үҫкән һәм 9 айлыҡ ҡына сағында атайһыҙ ҡалған тыл хеҙмәтсәне Сәкинә Йәғәфәр ҡыҙы Итҡолова һуғыш йылдарында үгеҙ егеп ер һөрөү, иген утау кеүек эштәрҙә йөрөһә, һуғыштан һуң Күркәтауҙа урман ҡырҡҡан, Ира менән Мораҡ ауылдары араһында юл һалған, сөгөлдөр утаған, һөт ташыған, тиҫтә йыллап хат ташыусы булып эшләгән. Һуңғы эшендә ул революция йылдарында Ҡытайға ҡасып киткән ике уҙаманды тыуған яҡҡа ҡайтарыуға ҙур өлөш индерә.