Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2020, 17:27

Июндә һауа температураһы нисек була?

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы йәйҙең тәүге айына яҡынса фараз баҫтырып сығарҙы. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, июндә Башҡортостанда уртаса һауа температураһының +17,+18 градус булыуы көтөлә, был ғәҙәти күрһәткестәргә яҡын. Норма +17 градус тәшкил итә.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы йәйҙең тәүге айына яҡынса фараз баҫтырып сығарҙы.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, июндә Башҡортостанда уртаса һауа температураһының +17,+18 градус булыуы көтөлә, был ғәҙәти күрһәткестәргә яҡын. Норма +17 градус тәшкил итә.
Айлыҡ яуым-төшөмдөң нормаға ярашлы булыуы күҙаллана. Республикала башлыса 40-70 миллиметр яуым-төшөм була.
Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төбәктә болотло һауа торошо, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Һауа температураһы төндә +9,+14, көндөҙ +17,+25 градус.
Киләһе аҙнанан республикала көндәр йылыта. Температураның +30 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал.
Читайте нас: