Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2020, 12:10

Мәңгелек йортто таҙа тотоу – беҙҙең бурыс

Хәтерегеҙҙәлер, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, 2 май – Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө тип иғлан ителгәйне. Тик ул донъяла килеп тыуған хәл арҡаһында 6 июнгә күсерелде. 6 июндән башлап барлыҡ зыяраттар асыҡ буласаҡ. Был көндө үткәреү өсөн муниципалитет башлыҡтарына зыяраттарға тиклем автобус маршруттарын ойошторорға ҡушылды. Шулай уҡ алдан зыяраттар, уларҙың ҡойма-кәртәләре тәртипкә килтерелергә, сүп-сарҙан таҙартылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бер нәмәне иҫтә тоторға кәрәк: зыяраттарҙа бер урында күп кеше йыйылмаҫҡа тейеш.

Хәтерегеҙҙәлер, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, 2 май – Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө тип иғлан ителгәйне. Тик ул донъяла килеп тыуған хәл арҡаһында 6 июнгә күсерелде.
6 июндән башлап барлыҡ зыяраттар асыҡ буласаҡ. Был көндө үткәреү өсөн муниципалитет башлыҡтарына зыяраттарға тиклем автобус маршруттарын ойошторорға ҡушылды. Шулай уҡ алдан зыяраттар, уларҙың ҡойма-кәртәләре тәртипкә килтерелергә, сүп-сарҙан таҙартылырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта бер нәмәне иҫтә тоторға кәрәк: зыяраттарҙа бер урында күп кеше йыйылмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: