Бөгөн республикала "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы үтә. Байрам менән һеҙҙе, сығарылыш класс уҡыусылары!
Пандемияға бәйле быйыл линейкалар онлайн форматта үтә. Шуға күрә беҙҙең “Мораҙым” гәзите төркөмө мәктәп менән хушлашыусыларға үҙҙәренең уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен, нисәмә йылдар буйы бергә уҡыған дуҫтарына; уҡытыусыларға үҙҙәренең уҡыусыларына изге теләктәрен еткереү өсөн бик шәп мөмкинлек бирә. Рәхмәт, ҡотлау, теләктәрегеҙҙе ошо пост аҫтына комментарий формаһында яҙығыҙ! Үҙегеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың фотоларын да ебәрергә онотмағыҙ!