Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Май 2020, 17:52

Ил һағында - ысын ир-егеттәр

ч 28 май – Ил сиге һаҡсылары көнө Тарихи белешмә: Рәсәйҙә был көн 1994 йылдан рәсми рәүештә билдәләнә башлаһа ла, ил сиге ғәскәрҙәренең тарихы 16-сы быуатҡа уҡ барып тоташа; ә 1918 йылдың 28 майында Советтар республикаһы айырым ил сиге идаралығы хеҙмәтен булдыра. Эйе, төрлө быуатта, төрлө йылдарҙа илебеҙ сиктәре бер ҙә тыныс булмаған. Һәр заманда ил сиге һаҡсыларына уғата ауыр бурыстар, ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Беҙҙең үҫмер осорға тура килгән буталсыҡ, шомло 90-сыларҙа ла нәҡ улар иңенә йөктөң иң ауыры төштө. Ғәзиз улдары Чечня, Тажикстан, Дағстанда хеҙмәт иткән ата-әсәләр күпме ут йотто! Ул йылдарҙың әсе еле, әсе михнәт-ғазабы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең ғаиләмде лә урап үтмәне. Тик ярты һаулығын эсер һыуы булмаған ерҙә, эҫеһе ҡыуырғыс булған ҡом-сүлдәр, тауҙар илендә ҡалдырып ҡайтҡан ағайымдан бер моң-зар ишеткән булманы. Киреһенсә, нәҡ ил сиге ғәскәрҙәрендә мото-уҡсылар полкында хеҙмәт итеүе менән сикһеҙ ғорурланыр ине...

Ил һағында - ысын ир-егеттәр
28 май – Ил сиге һаҡсылары көнө
Тарихи белешмә: Рәсәйҙә был көн 1994 йылдан рәсми рәүештә билдәләнә башлаһа ла, ил сиге ғәскәрҙәренең тарихы 16-сы быуатҡа уҡ барып тоташа; ә 1918 йылдың 28 майында Советтар республикаһы айырым ил сиге идаралығы хеҙмәтен булдыра.
Эйе, төрлө быуатта, төрлө йылдарҙа илебеҙ сиктәре бер ҙә тыныс булмаған. Һәр заманда ил сиге һаҡсыларына уғата ауыр бурыстар, ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Беҙҙең үҫмер осорға тура килгән буталсыҡ, шомло 90-сыларҙа ла нәҡ улар иңенә йөктөң иң ауыры төштө. Ғәзиз улдары Чечня, Тажикстан, Дағстанда хеҙмәт иткән ата-әсәләр күпме ут йотто! Ул йылдарҙың әсе еле, әсе михнәт-ғазабы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең ғаиләмде лә урап үтмәне. Тик ярты һаулығын эсер һыуы булмаған ерҙә, эҫеһе ҡыуырғыс булған ҡом-сүлдәр, тауҙар илендә ҡалдырып ҡайтҡан ағайымдан бер моң-зар ишеткән булманы. Киреһенсә, нәҡ ил сиге ғәскәрҙәрендә мото-уҡсылар полкында хеҙмәт итеүе менән сикһеҙ ғорурланыр ине...
Ысын ир-егеттәр генә баҫа шул ил һағына! Бына, күптәнге танышыбыҙ – әрме хеҙмәтен ил сиге ғәскәрҙәрендә пулеметсы булып үткән хәрби хәрәкәттәр ветераны, 21 йыл ғүмерен полиция хеҙмәтенә бағышлап хаҡлы ялға сыҡҡан Илдар Мәхмүтов та:
- 28 май - Ил сиге һаҡсылары көнө минең өсөн оло байрам, мөһим көн. Һәр йылды был көндә пограничник иптәштәрем менән осрашып, армия йылдарын һағынып иҫкә алабыҙ, - ти эске ғорурлыҡ менән.
Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, ысын ир аҫылдары, ысын ил сиге һаҡсылары!
Читайте нас: