Берҙәмлектә – көс, тиҙәр. Был ысынлап та шулай, берҙәм булғанда, халыҡ тау аҡтарырға ла һәләтле. Май айында Сәйетҡол ауылы халҡы бер нисә тапҡыр өмәгә сығып, ауылдың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартты, төҙөлөп ятҡан мәсеттең тирә-яғын тәртипкә килтерҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы, был изге эшкә ауылда йәшәүселәрҙән тыш, ситтә ғүмер иткәндәр ҙә ҡушылды. Берҙәмлеге менән һоҡландырған сәйетҡолдарға “афарин!” тиергә генә ҡала.