Башҡортостанда 19 майға медицина учреждениеларына 2 946 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән, улар араһында 1 290-ы — балалар. Былтыр ошо осорҙа 3 172 кеше, шул иҫәптән 1 160 бала талпан тешләүгә зарланған.
Роспотребнадзорҙың республика идаралығында белдереүҙәренсә, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында талпандарҙың энцефалит һәм боррелийҙар менән зарарланған булыуын тикшереү пункттары асылған.