Егелеп эшләмәйенсә, әсе тир түкмәйенсә ябай ауыл кешеһенә берәү ҙә баллы ҡалаҡ тоттормай. Быны Мораҡ ауылында йәшәүсе уңышлы эшҡыуар – Илдар Сатыев үҙ тормош тәжрибәһенән сығып бик яҡшы белә.
Хәйер, ҙур аҡса артынан ҡыуыр өсөн түгел, икенсерәк маҡсаттар менән үҙ эшен аса ул. Киң даирәле, ауыл хужалығы буйынса төплө белемле, был өлкәлә ярайһы тәжрибә туплаған эшһөйәр затты үҙенең бала сағы, ярһыу йәшлеге үткән наҙлы бишеге – Төпсән ауылының яҙмышы борсой. Элек гөрләп торған совхоздар тарҡалғас, белем усаҡтары ябылғас, ауылдың ни йәне, ни йәме ҡалһын инде?!!
Ысынлап та, моратына иреште тынғыһыҙ йән.
- Әлдә беҙҙең Илдар бар, ауылыбыҙға йән өрөргә, эш менән тәьмин итергә...
Намыҫлы эшҡыуар хаҡында ошондайыраҡ йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә төпсәндәрҙән (ә был иһә – Илдар Дамилис улының тырышлығына ҙур баһа, тиҫтә йылдан ашыу ғүмеренең һис бушҡа үтмәүенә тере дәлил!). Төпсәндәрҙең генә түгел, ялҡынлы эше һәм күркәм булмышы менән мораҡтарҙың, район кешеләренең ихтирамын яулап өлгөрҙө ул. Өҫтәүенә уның хәстәрлекле атай һәм ышаныслы ғаилә башлығы икәнлеген дә беләбеҙ.
26 йыл дауамында иңгә-иң терәшеп, ғүмер ебен бергә-бергә һүткән икенсе яртыһы – Илиза Зиннәт ҡыҙы һәм һөйөклө ҡыҙы – Юлиә Илдар ағай өсөн күңел йыуанысы, рухи терәге булып тора.
Төпсән ауылына – йән өрөп, Мораҡҡа йәм өҫтәп йәшәүсе һәм халыҡ мәнфәғәтенә ялҡынланып хеҙмәт итеүсе егәрле эшҡыуарҙың артабан да эштәре уң булһын, Сатыевтар ғаиләһе күге гел салт аяҙ булһын!
Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың киләһе һандарында уҡый алаһығыҙ.