Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
Икенсе йыл сыйырсыҡ ояһына ҡышҡыһын турғай оялай. Март аҙағы еттеме - китә талаш. Турғай ҙа йәл, ниндәй ҡаты һыуыҡта ла тыуған яғын ташлап китмәй, тоғро ҡала (уны аҡлап маташыуым). Сыйырсыҡ ояламаһа ла, күңелгә ҡыйын (әрһеҙ турғай оя табыр әле тип үҙемде тынысландырам). Бер талай талаш-тартыштан һуң сыйырсыҡ барыбер "еңә". Тик турғай ҙа бирешергә теләмәй, сыр-сыу килә. Шунан тағы бер ике көн самаһы "зарланып" оя тирәләй осоп йөрөй ҙә, китә, бахырың...
Әле сыйырсыҡтар бала сығара. Ғәҙәттә, ике генә йомортҡа һала тиһәләр ҙә, былтыр дүртәү булды. 12 июнь таңға ояһы буш ине, балаларын осорған. Быйыл да шул тирәлә осорҙар микән, күҙәтербеҙ.
Төндә оса, буғай. Көндөҙ сыр-сыу киләләр, ата-әсәһе алмашлап оя һаҡлай, береһе осһа, икенсеһе мотлаҡ һаҡта тороп ҡала. Осорға өйрәтеп йөрөмәйҙәр, ҡанаты нығынһа ла, оянан сығырға рөхсәт юҡ бәләкәс ҡошсоҡтарға. Тишектән тығылышып донъяны күҙәтеүҙәр ары китмәйҙәр, осмайҙар, тыңлаусан үҙҙәре.
Автор фотолары.