Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Мая 2020, 08:13

Ҡарағай һеркәһен йыйыу

Ҡарағайҙың сәскә атҡанын күргәнегеҙ бармы? Мин нисә көн инде ҡарауыллайым, ошо мәлде үткәреп ебәрмәйем,тип. Бына ҡулымда, әле етлегеп етмәгән ҡарағай бөрөһө. Элегерәк бер нәмәнән дә ҡурҡмай урман-ҡырҙа йөрөй ҙә ята инем. Хәҙер, бер яҡтан, нишләптер, йән ҡәҙерле булып китте, икенсе яҡтан, айыуҙан ҡурҡып ятып, ҡарағай һеркәһенән мәхрум ҡалып ҡуймайым, тием. Сәскә һеркәһен беҙгә йыяһы түгел, уны беҙгә бал ҡорттары йыйып бирә. Был турала Ҡөръәндең “Әл – нәхл” сүрәһенең 69-сы аятында ла әйтелгән. Ә ҡарағай һеркәһен бал ҡорттары кеүек йөрөп үҙебеҙгә йыйыр кәрәк. Нимәгә тиһегеҙме? Сәскә һеркәһе бөжәктәр ярҙамы менән бер-береһе менән буталып бөтә, ә ҡарағай һеркәһе таҙа килеш кенә була. Уға бөжәктәр ҡунмай. Был да Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе, ниғмәте.

Ҡарағайҙың сәскә атҡанын күргәнегеҙ бармы? Мин нисә көн инде ҡарауыллайым, ошо мәлде үткәреп ебәрмәйем,тип. Бына ҡулымда, әле етлегеп етмәгән ҡарағай бөрөһө. Элегерәк бер нәмәнән дә ҡурҡмай урман-ҡырҙа йөрөй ҙә ята инем. Хәҙер, бер яҡтан, нишләптер, йән ҡәҙерле булып китте, икенсе яҡтан, айыуҙан ҡурҡып ятып, ҡарағай һеркәһенән мәхрум ҡалып ҡуймайым, тием.
Сәскә һеркәһен беҙгә йыяһы түгел, уны беҙгә бал ҡорттары йыйып бирә. Был турала Ҡөръәндең “Әл – нәхл” сүрәһенең 69-сы аятында ла әйтелгән. Ә ҡарағай һеркәһен бал ҡорттары кеүек йөрөп үҙебеҙгә йыйыр кәрәк. Нимәгә тиһегеҙме? Сәскә һеркәһе бөжәктәр ярҙамы менән бер-береһе менән буталып бөтә, ә ҡарағай һеркәһе таҙа килеш кенә була. Уға бөжәктәр ҡунмай. Был да Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе, ниғмәте.
Ҡарағай һеркәһе тап шул төрлө һеркәгә аллергия менән яфаланған кешеләргә дауа. Хатта имсәк балаларға, ауырлы, имеҙгән ҡатындарға зыяны юҡ тиҙәр был өлкәләге белгестәр.
Ҡарағай һеркәһе иммунитетты яҡшырта, төрлө вирустарға ҡаршы торорға, ауырып хәлһеҙләнгәндәргә тиҙерәк һауығырға ( бигерәк тә балаларға) булышлыҡ итә. Антиоксидант булараҡ операция, химиятеропия үткәргән ауырыуҙарға хәлен тиҙерәк тергеҙергә ярҙам итә. Күп төрлө витаминдары төрлө тире ауырыуҙарынан файҙалы, аминокислаталары ҡан тамырҙарына, ҡан йөрөшөнә ыңғай тәьҫир итә. Шулай уҡ ул төрлө минералдарға ла бай. Тәбиғи антибиотик булараҡ үпкә сирҙәренән дауалай. Үҙем ауырығандан һуң ҡарағай урманында йөрөп, тын алыуҙары еңелләшкәнен тойғаным бар.
Читайте нас