Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2020, 12:01

Алмағас сәскәһен киптереү

Алмағас сәскәһенән йомшаҡ, тәмле, хуш еҫле сәй әҙерләгә була. Ҡара, йәшел сәйгә ҡушып та бешерәләр. Шулай ҙа сәскәнең үҙен генә бешереп эсһәң, күпкә тәмлерәк. Уны ашҡаҙан, бауыр, бөйөр ауыртҡанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда эсәләр. Ауырлы ҡатындарға, ҡан ҡуйы булғанда сикләүҙәр бар. Сәскәне ҡояшлы көндә йыйып, еләҫ, күләгә ерҙә киптерәләр. Кипкән сәскәне быяла банкаларҙа йә сепрәк тоҡсайҙарҙа һаҡлайҙар. Бер балғалаҡ алмағас сәскәһен бер стакан ҡайнаған һыуҙа 15 минут төнәтеп эсәләр. Яңы өҙөлгәненә иһә ныҡ ҡайнар һыу ҡоймайҙар, хуш еҫен, тәмен бөтөрә. Автор фотолары.

Алмағас сәскәһенән йомшаҡ, тәмле, хуш еҫле сәй әҙерләгә була. Ҡара, йәшел сәйгә ҡушып та бешерәләр. Шулай ҙа сәскәнең үҙен генә бешереп эсһәң, күпкә тәмлерәк. Уны ашҡаҙан, бауыр, бөйөр ауыртҡанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда эсәләр. Ауырлы ҡатындарға, ҡан ҡуйы булғанда сикләүҙәр бар. Сәскәне ҡояшлы көндә йыйып, еләҫ, күләгә ерҙә киптерәләр. Кипкән сәскәне быяла банкаларҙа йә сепрәк тоҡсайҙарҙа һаҡлайҙар. Бер балғалаҡ алмағас сәскәһен бер стакан ҡайнаған һыуҙа 15 минут төнәтеп эсәләр. Яңы өҙөлгәненә иһә ныҡ ҡайнар һыу ҡоймайҙар, хуш еҫен, тәмен бөтөрә.
Автор фотолары.
Читайте нас: