Кисә, 9 майҙа, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Башҡортостан Республикаһының бөтә район һәм ҡалаларында салют аттылар.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында фейерверк өсөн ете урын әҙерләнде.
Халыҡҡа был күренеште өйҙән сыҡмайынса балкондарҙан, тәҙрәләрҙән ҡарарға тәҡдим иттеләр.