Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Май 2020, 11:40

Бөйөк Еңеү көнө менән, ветерандар!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ил күләмендә ҙурлап уҙғарыу бушҡа түгел – был ҡыуаныслы ла, моңһоу ҙа байрам миллионлаған ғүмерҙәр, селпәрәмә килгән яҙмыштар аша яуланған. Үтә лә ҡәҙерле ул 1945 йылдың Еңеү яҙы! Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 13 мең ярымдан ашыу яҡташыбыҙ ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Уларҙың 6 мең ярымы мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау бәхете иһә бары тик 4 һуғышта ҡатнашыусыға – Әхмәтйән Рәхимйән улы Кәримовҡа, Нәбиулла Хәбибулла улы Хәкимовҡа, Тимербулат Әбүбәкир улы Йосопбаевҡа, Сергей Афанасьевич Винниковҡа һәм уларға тиңләштерелгән 2 ветеранға – Сулпан Килмөхәмәт улы Хәлитовҡа, Александр Иванович Жувасинға ғына насип булған. Оло хөрмәт һеҙгә, яугирҙар! Бөйөк Еңеү көнө менән!!!


Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ил күләмендә ҙурлап уҙғарыу бушҡа түгел – был ҡыуаныслы ла, моңһоу ҙа байрам миллионлаған ғүмерҙәр, селпәрәмә килгән яҙмыштар аша яуланған. Үтә лә ҡәҙерле ул 1945 йылдың Еңеү яҙы!
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 13 мең ярымдан ашыу яҡташыбыҙ ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Уларҙың 6 мең ярымы мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау бәхете иһә бары тик 4 һуғышта ҡатнашыусыға – Әхмәтйән Рәхимйән улы Кәримовҡа, Нәбиулла Хәбибулла улы Хәкимовҡа, Тимербулат Әбүбәкир улы Йосопбаевҡа, Сергей Афанасьевич Винниковҡа һәм уларға тиңләштерелгән 2 ветеранға – Сулпан Килмөхәмәт улы Хәлитовҡа, Александр Иванович Жувасинға ғына насип булған.
Оло хөрмәт һеҙгә, яугирҙар! Бөйөк Еңеү көнө менән!!!
Читайте нас: