Баллы шөғөл, аҡсалы кәсеп, тиһәләр ҙә, ҡорт аҫрау барыһының да ҡулынан килмәй. Сөнки “нәҙекәйбил”дәрҙе аҫрауҙың үҙенә генә күрә нескәлектәре ифрат күп. Йөрьәт итеп был эшкә тотоноп, айышына төшөнөп алғандар иһә аҙаҡ ғүмергә тигәндәй бал ҡорттарынан айырыла алмай.
Уҙған аҙнала район хакимиәтендә видеобәйләнеш режимында уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ике мөрәжәғәт иткән ике умартасы ла артабанғы тормоштарын тик ҡортсолоҡ менән бәйләргә теләй. Резеда Ғүмәрова ла, Николай Чугаев та “Башҡорт балы” ҡулланыусылар кооперативы ағзалары, икеһе лә БР Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһында ҡатнашып, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү буйынса грант алырға ниәт ҡора.