Һуғыш йылдарында төрлө милли телдәрҙә фронт гәзиттәре донъя күргән. Был баҫма “Ватан өсөн” тип атала, 1942 йылдың авгусында донъя күргән. Редакцияның адресы “Ялан почтаһы” тип күрһәтелгән. “Снайперҙар һаны арта”, “Дошмандың 26 здзоты алынды”, “Взвод 8 көндә 293 немецты юҡ итте” тигән мәҡәләләрҙә төньяҡ-көнбайыш фронты ҡыҙылармеецтарының батырлыҡтары һүрәтләнә. Был гәзиттә хәрби корреспондент Нафиҡ Йәһүҙиндың мәҡәләләре лә урын алған. Әйткәндәй ул Күгәрсен ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Татарстан Республикаһында йәшәгән прозаик, РФ, ТР Яҙыусылар союзы һәм ТР Журналистар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара һәм Рәсәй әҙәбиәт фонды ағзаһы, “А в небе жаворонок поет”, “Тайник”, “И текла река”, “Скрытые изображения”, “Где мой нос”, “Тормыш бу...”, “...Казлар очар су күреп”, “Через годы... Еллар аша”, “Святое дело – Родине служить”, “Сиртмале кое”, “Голоса” китаптары авторы Марс Йәһүҙиндың атаһы була.