Сәйетҡол ауылы уҙаманы Сәғитйән Мөхәмәтйән улы Сәйетбатталовтың баҡый донъяға күсеүенә 15 йылға яҡын ваҡыт уҙҙы. Мөһабәт кәүҙәле, аҡыллы ҡарашлы ветеран аҙ һүҙле, баҫалҡы кеше булып күңелгә һеңеп ҡалған.
26 йәшлек уҡытыусы һуғыштың тәүге йылында уҡ һуғышҡа алына һәм Башҡортостанда төҙөлгән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә, Әлкә ҡасабаһында ныҡлы хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 1942 йылдың апрелендә кавдивизия составында Украина ерҙәрендәге фронт һыҙығына оҙатыла. Элемтәсе булып хеҙмәт иткән башҡорт егетенең яу юлдары ошо уҡ йылдың авгусында өҙөлә. Өҙөлгән элемтәне тергеҙгән бер мәлдә һауала бомба шартлауын ишетеп, аңын юғалтыр алдынан бушлат еңенең киҫәктәргә теткеләнеп осоуы күҙенә салынып ҡалһа ла, уң ҡулының өҙөлөүен ҡыҙыулыҡ менән абайламай.
Түләбай ауылынан булған яуҙашы ул госпиталдә ятҡан ваҡытта уның яҡындарына “Сәғитйән ағайҙың ҡулын Украина ерҙәрендә – йылға ярына ерләнем” тип хат яҙа.
Сулаҡмын тип тормай кисәге яугир, һул ҡул менән яҙыу ауыр тойолғас, уҡытыусылыҡ эшен ташлап, башҡа эштәргә тотона, ҡатыны Миңлебикә инәй менән Ғариф (вафат булған ҡатыны Асия инәйҙән), Тәлғәт, Әсҡәт, Әхәт, Фуат, Илфат исемле өрлөктәй улдар, Фәрҙәнә исемле сәскәләй ҡыҙ үҫтерәләр. Матур тәрбиә алған был апай-ағайҙар һөйөклө тормош иптәштәре менән гөрләтеп донъя көтә, үҙҙәре балалар үҫтереп, олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерешә.
Үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған ветерандарыбыҙҙың береһе ул - Сәғитйән бабай. Тиҫтә-тиҫтә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре генә түгел, барлыҡ туған-тыумасалары, ауылдаштары, яҡташтары уны һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән иҫкә ала...