Һуғыш йылдарында һалдаттар һәм ябай халыҡ араһында листовкалар таратыу ғәҙәти күренеш булған. Әйткәндәй, фронт һыҙығында төрлө милли телдәрҙә сыҡҡан листовкалар таратылған.
“Хәрби ант”тың тексын күпме һалдат яңғыратҡандыр, быныһын инде хәҙер теүәл генә бер кем дә әйтә алмай. Өндәмә рәүешендә яҙылған листовка яугирҙарҙы батырлыҡҡа өндәй, ҡыйыу булырға саҡыра. “Ҡыҙыл армеец! Командирҙың приказы – ҡаҡшамаҫ закон. Баҫҡан ереңдә үл, ләкин урыныңдан китмә!” тигән һүҙҙәр фронтта ҡатнашҡандар өсөн ысын мәғәнәһендә приказ һымаҡ яңғыраған – быныһын беҙ документаль фильмдарҙан да ҡарап беләбеҙ. Фашистар оккупациялаған ауылдарҙағы кешеләрҙең көнкүрешен яҡтыртҡан листовка ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Төрлө милләттән булған һуғышсыларҙың рус телендә яңғыраған приказдарҙы ҡапыл ғына аңлай алмау ихтималлығын иҫәпкә алып, төрлө телдәрҙәге разговорниктар сығарылған. Мәҫәлән, рус-ҡаҙаҡ телдәрендә. Район музейында һаҡланған
приказдарҙың бер-икәүһенә генә күҙ һалайыҡ: “На дзот вперед!, “Бросать гранаты”, “Одеть противогаз!”