Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2020, 10:09

Глоксиния ҡупшы булһын тиһәң

Глоксинияның ҡупшы сәскәле булыуы ошо миҙгелдәге тәрбиәнән дә тора. Яҡтылыҡты, йылы яратҡан гөлдө, ғәҙәттә, көнсығыш, көнбайышҡа ҡарап торған тәҙрә төбөнә урынлаштыралар. Көнъяҡта, тура ҡояш нурҙары төшөп, япраҡтары көйөүе мөмкин. Һыуҙы әҙләп, әммә йыш ҡойорға кәңәш ителә. Тупрағы ныҡ һыуланып китһә, картуфы серей. Сәскәһе күп булһын өсөн, гөл уяна башлағас та, калий фосфорлы ашлама менән туҡландыра башларға кәрәк. Банан ҡабығын бер тәүлеккә һыуға һалып ҡуйып, шул һыуҙы ла ҡойорға була, банан калийға бай. Ә фосфорҙы бик артыҡларға ярамай, айында бер тапҡыр туҡландырыу етә, юғиһә, гөлдөң ҡупшы булып сәскә атыуы бер мәлгә генә буласаҡ. Әгәр глоскинияны япраҡтан күбәйтеп алырға теләһәгеҙ, азотлы ашлама ҡойоғоҙ, ул саҡта көслө, итләс япраҡлы буласаҡ. Тик был осраҡта сәскә атыу тотҡарлана, сөнки бөтә көс япраҡҡа китә. Дөрөҫ тәрбиәләгәндә глоксиния йәй буйы (авгусҡа ҡәҙәр) сәскә атыр.Һүрәттә: әсәйем үҫтергән гөлдәр.АВТОР ФОТОЛАРЫ.

Глоксинияның ҡупшы сәскәле булыуы ошо миҙгелдәге тәрбиәнән дә тора. Яҡтылыҡты, йылы яратҡан гөлдө, ғәҙәттә, көнсығыш, көнбайышҡа ҡарап торған тәҙрә төбөнә урынлаштыралар. Көнъяҡта, тура ҡояш нурҙары төшөп, япраҡтары көйөүе мөмкин. Һыуҙы әҙләп, әммә йыш ҡойорға кәңәш ителә. Тупрағы ныҡ һыуланып китһә, картуфы серей. Сәскәһе күп булһын өсөн, гөл уяна башлағас та, калий фосфорлы ашлама менән туҡландыра башларға кәрәк. Банан ҡабығын бер тәүлеккә һыуға һалып ҡуйып, шул һыуҙы ла ҡойорға була, банан калийға бай. Ә фосфорҙы бик артыҡларға ярамай, айында бер тапҡыр туҡландырыу етә, юғиһә, гөлдөң ҡупшы булып сәскә атыуы бер мәлгә генә буласаҡ. Әгәр глоскинияны япраҡтан күбәйтеп алырға теләһәгеҙ, азотлы ашлама ҡойоғоҙ, ул саҡта көслө, итләс япраҡлы буласаҡ. Тик был осраҡта сәскә атыу тотҡарлана, сөнки бөтә көс япраҡҡа китә. Дөрөҫ тәрбиәләгәндә глоксиния йәй буйы (авгусҡа ҡәҙәр) сәскә атыр.
Һүрәттә: әсәйем үҫтергән гөлдәр.
АВТОР ФОТОЛАРЫ.
Читайте нас: