Беҙгә лә килеп етте... коронавирус
Бер ай эсендә коронавирус менән сирләүселәр республиканың барлыҡ райондарында ла тиерлек теркәлде. Исемлектә бары тик беҙҙең Күгәрсен районы ғына юҡ ине. Тик беҙ утрауҙа йәшәмәйбеҙ...
Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев районда йәшәүсе бер кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылыуы хаҡында рәсми хәбәр иткәйне.
Әлеге көндә районда өс кешелә коронавирус инфекцияһы барлығы асыҡланған, уларҙың береһе баш ҡала дауаханаһынан, ҡалған икәүһе Мәскәү ҡалаһынан ҡайтҡан (Ялсы, Йомағужа, Күгәрсен ауылдары). Районда 145 кеше күҙәтеү аҫтына алынған.
Яҡут Республикаһының Чаянда нефть-газ конденсаты ятҡылығынан ҡайтарылған ир-егеттәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар, улар барлығы 36 кеше – әлегә обсерваторияла.
Сер түгел, ошоғаса күптәребеҙ ауырыу барлығына ҡул һелтәп ҡараны, хәҙер иһә ныҡлы хәүефләнергә урын бар. Был инфекцияны йөрөткәндәрҙең районда күпме икәнлеген беребеҙ ҙә белмәй. Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн һаҡлыҡ сараларын күрәйек: йәмәғәт урындарында битлек, бирсәткәләр кейеп йөрөйөк, сит кешеләр менән артыҡ аралашмайыҡ, мөмкинлек булһа, өйҙә ҡалайыҡ. Һаҡланғанды һаҡлармын тигән Хоҙай...