Һуңғы айҙарҙа халыҡ телендә лә, радио-телевидение, ваҡытлы матбуғат, социаль селтәрҙәрҙә лә тик бер генә тема – коронавирус. Әйтерһең дә, тормош туҡталып ҡалды... Тик был тәү ҡарашҡа ғына шулай, кемдер әйтмешләй, вирус килер ҙә китер, ә беҙгә йәшәргә кәрәк. Үҙ эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр ҙә нәҡ шулай уйлай – район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Инвестиция сәғәте”ндә улар илдәге ауыр осорға ҡарамай, үҙ эштәрен асырға ниәтләүҙәре хаҡында белдерҙе. Барлығы өс проект ҡаралды: бер кеше һыйыр малы һанын арттырып ит-һөт етештерергә теләһә, икенсеһе емеш-еләк культураларын сәсергә, өсөнсөһө хужалыҡтарҙан ит-һөт продукциялары һатып алып, артабан эшкәртеп, халыҡҡа һатырға ниәт ҡора. Эшҡыуарҙарың барыһы ла “Агростартап” республика программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамын алырға иҫәп тота. Уларҙың эштәре уң булып, маҡсаттарына өлгәшерҙәр тип ышанабыҙ. Юҡҡа ғына “тәүәккәлләгән – таш ярған” тип әйтмәйҙәр бит.