Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Май 2020, 12:09

Ҡыяр орлоғон нисек һайларға?

Орлоҡтоң сифаты – киләсәк уңыштың нигеҙе икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ныҡ иғтибарлы булығыҙ.Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә юҡ, күҙҙәр ҡамаша. Хаҡтары ла ун һумдан йөҙ һумға тиклем. Һәр төрлөһө араһынан ниндәйен алырға белмәйһең. Ҡыйбат орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар булды. Ә бына ҡайһы берәүҙәр орлоҡто үҙҙәре ҡалдыра. Был осраҡта 2 – 3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡтан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.

Орлоҡтоң сифаты – киләсәк уңыштың нигеҙе икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ныҡ иғтибарлы булығыҙ.
Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә юҡ, күҙҙәр ҡамаша. Хаҡтары ла ун һумдан йөҙ һумға тиклем. Һәр төрлөһө араһынан ниндәйен алырға белмәйһең. Ҡыйбат орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар булды. Ә бына ҡайһы берәүҙәр орлоҡто үҙҙәре ҡалдыра. Был осраҡта 2 – 3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡтан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.
Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымдар әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәсерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттарҙағы ер еңел һәм йошмаҡ булыуы шарт.
Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға ултыртырға кәрәк. Улар 3 – 5 көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы ла ошо уҡ градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр 4 – 7 көнлөк булғас, температураны 16 – 18 градусҡаса кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонлоҡҡа китмәҫ.
Орлоҡтарҙы ултыртыр алдынан уларҙы махсус рәүештә әҙерләйһегеҙме? Юҡмы? Быйыл мотлаҡ беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ: марганцовка йәки биологик препараттар араһынан гумат + 7, экстрасолом, гамаир, алирином, трихоцином кеүек зарарһыҙ, файҙалы препараттар менән уларҙы инструкцияла яҙылған дәүмәлдә алдан эшкәртеп алығыҙ.
Ҡыярҙы иртәрәк ашай башлар өсөн ҡайһы мәлдә сәсергә һуң? Теплицаға - апрелдең 20-ләренән һуң, асыҡ түтәлгә - майҙың беренсе декадаһында ултыртырға кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыярҙы күршеләрегеҙҙән бер айға алдараҡ ашай башларһығыҙ. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә тәүге йәшелсә буласаҡ.
Ҡыярға йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөп, йә ер өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға, йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3 – 4 япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт булһа, өҫтәмә ашламалар идереү кәрәкмәй. Шулай ҙа үҫентеләр сибегерәк күренһә, минераль ашлама менән туҡландырырға кәрәк. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртмаҫ борон бер-ике көн алдан өҫтәгеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Баҡсаға иғтибар ваҡытында булһа, уңышы ла мул буласаҡ.
Читайте нас: