Радий Хәбиров уларҙы өйҙәренә ҡайтарырға ҡушты
27 апрелдә Чаяндин нефть-газ-конденсант ятҡылығында эшселәр бола ҡуптарған. Беҙҙе насар ашаталар һәм ябай ғына һаҡланыу сараларын да бирмәйҙәр, тип белдергән улар. Улар бер ятаҡта йәшәй, араларында коронавирус йоҡторғандар ҙа бар.
«Карантин ҡайҙа! Битлектәр ҡайҙа? Бер нәмә лә юҡ! Бөтәһен дә ятаҡтарға ҡыуып индерҙеләр!» — тип ҡысҡырған эшселәр митингта.
«СтройТрансНефтеГаз» етәкселеге Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәм Башҡортостан вахтасыларын ҡабул итеүен һораған. Ә улар – 1800 кеше. Ҡайтыу менән улар изоляцияла ултырырға тейеш. Радий Хәбиров эшселәрҙе өйҙәренә ҡайтарырға ҡушты.
— Әлбиттә, уйлап та тормайынса, беҙ уларҙың бөтәһен дә алырбыҙ. Был һаулыҡ һаҡлау системаһына етди йөкләмә булыр. Кем ауырый, дауаларбыҙ, кем ауырымай — изоляцияла ултырыр. Туҡланыуҙы һәйбәт итеп ойошторорға кәрәк, телевизорҙар булһын. Улар былай ҙа ныҡ арыған.