. Уларҙың хеҙмәте – яуаплы, тынғыһыҙ һәм хәүефле. Ә беҙ көтөп алған йәйҙәр ҡорораҡ, эҫерәк килгән осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын осраҡтарының да йышайыуы бик ихтимал. Шуға бәйле, был мөһим һөнәр эйәләренең дә эше, бурыстары икеләтә артырға мөмкин. Тик янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләүсе, урман-ҡырҙарға, йәиһә кешеләргә хәүеф-хафа, зыян янағанда һәр саҡ ярҙамға ашығырға әҙер тороусы намыҫлы эшсәндәрҙе яҡынлашып килгән көсөргәнешле мәлдәр ҙә, иңдәренә йөкмәтелгән ҙур яуаплылыҡ та ҡурҡытмай.
- Эйе, яҙғы, йәйге осорҙа көндәр бөркөү килһә, айырыуса беҙгә уяулыҡ һаҡларға кәрәк. Эшебеҙҙе еңел тип әйтеп булмай. Әммә үҙ хеҙмәтең менән халыҡҡа файҙа килтереү, күңелеңә оҡшаған эшең булыу – үҙе оло бәхет, - ти 84-се янғын һағы часының Йомағужа бүлексәһе командиры Замил Әлимғолов.
Йәмле Йомағужа ерен төбәк иткән эшһөйәр уҙамандың был өлкәлә эшләүенә 25 йыл тулған. Ә уның ошо ауыл ҡыҙы – Рәмзиә Динислам ҡыҙы менән (тәүҙә урындағы колхозда эшләгән, аҙаҡ почта начальнигы вазифаһын башҡарып хаҡлы ялға киткән намыҫлы эшсәнде күптәр беләлер) ҡауышып, ғүмер йомғағын бергә-бергә татыу һүтеүҙәренә өс тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Әлимғоловтарҙың матур ғаиләһе – Йомағужа ауылының бер биҙәге.
Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың 34-се һанында уҡый алаһығыҙ