Район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Хәйретдиновтар сауҙа нөктәһен ҙурайтырға – булған бинаға төкәтмә төкәтергә теләүҙәре хаҡында бәйән итте. Ниәттәре тормошҡа ашҡан осраҡта ике эш урыны булдырасаҡтар, проектҡа иһә үҙ аҡсаларын һаласаҡтар. Улар күтәргән һорау – төҙөлөш өсөн рөхсәт алыу.