Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2020, 22:53

Милләт бәҫен тел күтәрә

Фәнилә КИЛСЕНБАЕВА, Йомағужа ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы:- Үҙен кеше тип һанаған һәр әҙәм балаһы ата-әсәһенең туған телен белергә тейеш, тип уйлайым. Ә инде үҙ телен ҡәҙерләгән кеше бер ваҡытта ла башҡа милләтте кәмһетеп ҡарамаҫ, үҙен дә кәметергә юл ҡуймаҫ. Бәхеткә күрә, минең бала сағымда ғаиләбеҙҙә телгә ныҡ иғтибар бирелде. Йәшебеҙгә тура килтереп төрлө гәзит-журналдар алдырҙыҡ. Телебеҙгә һөйөү, ихтирам бала саҡтан уҡ һалынғанғалыр, рус мәктәбендә эшләһәк тә, туған телебеҙҙә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла ҡатнашабыҙ. Мин үҙебеҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонда спектаклдәрҙә теләп ҡатнашам. “Китапхана төнө-2020” акцияһында ла шиғыр һөйләргә тәҡдим иткәйнеләр, шатланып ризалаштым. Тормош иптәшем Рефат иһә йыр-моңға әүәҫ. Ул да бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Диктанттың онлайн форматта үтеүе беҙҙең ғаилә өсөн ҡулай булды. Башҡорт телен мәктәптә уҡығанда уҡ төплө үҙләштергәс, бер ауырлығын да тойманыҡ, икәүләшеп күтәренке рухта үткәреп ебәрҙек мәҙәни сараларға бай бөгөнгө көндө.

Фәнилә КИЛСЕНБАЕВА, Йомағужа ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы:
- Үҙен кеше тип һанаған һәр әҙәм балаһы ата-әсәһенең туған телен белергә тейеш, тип уйлайым. Ә инде үҙ телен ҡәҙерләгән бер ваҡытта ла башҡа милләткә кәмһетеп ҡарамаҫ, үҙен дә кәметергә юл ҡуймаҫ.
Бәхеткә күрә, минең бала сағымда ғаиләбеҙҙә телгә ныҡ иғтибар бирелде. Йәшебеҙгә тура килтереп төрлө гәзит-журналдар алдырҙыҡ. Телебеҙгә һөйөү, ихтирам бала саҡтан уҡ һалынғанғалыр, рус мәктәбендә эшләһәк тә, туған телебеҙҙә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла ҡатнашабыҙ. Мин ауыл мәҙәниәт йортонда спектаклдәрҙә теләп ҡатнашам.Тормош иптәшем Рефат иһә йыр-моңға әүәҫ. Ул да бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әле бына “Китапхана төнө-2020” акцияһында ла шиғыр һөйләргә тәҡдим иттеләр, шатланып ризалаштым.
Диктанттың онлайн форматта үтеүе иһә беҙҙең ғаилә өсөн ҡулай булды. Башҡорт телен мәктәптә уҡығанда уҡ төплө үҙләштергәс, бер ауырлығын да тойманыҡ, икәүләшеп күтәренке рухта үткәреп ебәрҙек мәҙәни сараларға бай бөгөнгө көндө.
Читайте нас: