Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2020, 15:20

Башҡорт телендә яҙам

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә. Бығаса ҙур байрам рәүешендә ойошторолған сараның форматы үҙгәрһә лә, үҙ кимәлен юғалтманы, ҡатнашыусылар һаны диктант башланыу сәғәтенә (рәсми сайтта теркәлеүселәр) 92 224-кә етте. Беҙҙең райондан диктант яҙыуҙа яҡынса 410 тирәһе кеше (мәғариф бүлеге аша теркәлеү үткәндәр, теүәл һаны һөҙөмтәләр буйынса аҙаҡ билгеле булыр, сөнки сайтта теркәлмәйсә яҙғандар ҙа байтаҡ) ҡатнашты. Башлыса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Йомағужанан Мысырғәлиндар, Теләүембәттән Харрасовтар, Тәүәкәндән Ҡаразбаевтар, Сәлиховтар, Әбдрәхимов Айбулат, Сирбайҙан Бәҙәмшиндар, Яңы Хвалындан Ҡунысбаевтар, Мораҡтан Яугилдиндар (Гөлгөнә апай “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы хеҙмәткәре, улы Азат Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы инженеры), Ғатауллиндар, Ғөбәйҙуллиндар, Илмөхәмәтовтар һәм башҡалар телебеҙгә хөрмәт күрһәтеп, диктант яҙыу акцияһында ихлас ҡатнашты.

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант алтынсы тапҡыр үткәрелә. Бығаса ҙур байрам рәүешендә ойошторолоп килгән сараның быйыл форматы үҙгәрһә лә, үҙ кимәлен юғалтманы. Ҡатнашыусылар һаны диктант башланыу сәғәтенә (рәсми сайтта теркәлеүселәр) 92 224-кә етте.
Республика Башлығы Радий Хәбиров та ситтә ҡалманы.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Мин дә ҡатнашырға уйлайым. Беҙҙең өсөн «Башҡорт диктанты» проекты ныҡ кәрәк. Ул беҙҙе, беренсенән, берләштерә. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнергә яңы стимул бирәсәк. Был заманда беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем, - тине ул ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.
Башҡортостандан ситтә – Ҡаҙағстан, Төркиә, Германия, Франция, Великобритания, АҠШ, Ҡытай, Испания, Үзбәкстан, Швейцария, Канадала һәм башҡа төбәктәрҙә – йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа беҙҙең менән бергә булды.
Диктант яҙыу өс йүнәлештә барҙы: башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусыларға тексты Заһир Зәйнетдинов уҡыһа, иркен аралашҡандарға диктантты “Башҡортостан” ДТРК-ның “Хәбәрҙәр” тапшырыуы алып барыусыһы Флүрә Мурзина яҙҙырҙы. Ул төркөм өсөн текст Әхтәм Ихсандың 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһындағы "Саҡма тояҡ аттарҙа" документаль повесынан алынған.
Ә башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәргә – яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов.
Беҙҙең райондан диктант яҙыуҙа яҡынса 410 тирәһе кеше (мәғариф бүлеге аша теркәлеү үткәндәр, теүәл һаны һөҙөмтәләр буйынса аҙаҡ билгеле булыр, сөнки сайтта теркәлмәйсә яҙғандар ҙа байтаҡ) ҡатнашты, шул иҫәптән, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та. "Диктант яҙыуҙа йыл да ҡатнашам. Ойотороусылар мәғлүмәте буйынса быйыл 93 меңдән ашыу кеше теркәлгән, шуларҙың араһында Күгәрсен районы халҡы ла байтаҡтыр тип ышанам", - тип яҙа Ғайса Ғилметдин улы "Бәйләнештә"ге рәсми сәхифәһендә.
Читайте нас